йоҡтормай? Ғалимдар ошо һорауға аңлатма бирҙе. РАН В.А. Энгельгардт исемендәге Молекуляр биология институтының күҙәнәктәрҙе пролиферациялау лабораторияһы мөдире әйтеүенсә, T-күҙәнәкле иммунитетҡа эйә булғандарға сир йоҡмай.
«Был кешеләр бер нисә йыл элек икенсе төр коронавирус менән ауырыған, мәҫәлән, шул уҡ SARS-Cov-2 вирусын үткәргән булыуы ла ихтимал. Тимәк, уларҙың ҡанында сиргә ҡаршы матдәләр бар һәм сир хәүефе бөтөнләй янамай тиерлек. Бындай кешеләр һаны 10-15 процентты тәшкил итә», — тип асыҡлай ғалим.
Шулай уҡ бынан алдараҡ киҙеү менән ауырыған кешеләр коронавирус инфекцияһына бирешмәүсән: уларҙың ҡанында вирусҡа ҡаршы аҡһым бар – интерферон, ул сиргә ҡаршы тора.
Иммунитеты юғары булған кешеләргә лә сир йоғоу ихтималлығы түбән булыуын билдәләнә. Нисек кенә булмаһын, һаҡланыу саралары тураһында онотмаһындар ине, ти ғалим.
Яңылыҡ авторы: Инсаф Хужабирганов