Даирә
-26 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
15 Декабрь 2020, 16:50

Яман шешкә ҡаршы көрәш көсәйә

Башҡортостанда “Яман шеш ауырыуҙарына ҡаршы көрәш” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Республика клиник онкология диспансерына MAGNETOM Aera тип аталған магнит-резонанс томографы ҡуйылған.

Был томограф юғары етештереүсәнлек менән айырылып тора һәм яман шеш ауырыуы менән сирләгән пациенттарҙы мөмкин тиклем тиҙерәк ҡарау мөмкинлеген бирә, сирҙе тикшереүҙе ентекле үткәреү өсөн уңайлы.
- Әлеге аппарат һәр пациентҡа тейешле программа һайлау, төрлө яҡлап тикшереү һәм яман шештең һәр төрөн асыҡлауҙы еңелләштерә. Эҙмә-эҙлекле атҡарылған ҡулланма буйынса томография һүрәте юғары сифатлы килеп сыға. Был диагнозды аныҡлағанда, шештең үлсәмен асыҡлағанда ҙур ярҙам булып тора. Пациенттар менән эште лә еңеләйтә, томография үтеү процедураһы ла тиҙләтелә, - тип билдәләй онкология диспансерының баш табибы Адель Измайлов.
Германияла етештерелгән был томограф диспансерға яман шеш ауырыуын тәүге стадияла асыҡларға һәм ауырыуҙарҙың торошон ентекле күҙәтеүгә ярҙам итәсәк.
Был эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты, коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш программаһы сиктәрендә федераль ҡаҙна иҫәбенә һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу сиктәрендә республика бюджетынан финанслана.
Фото: Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.
Автор: Лилия Нуретдинова
  • Читайте нас в