Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
14 Декабрь 2020, 16:42

Ҡыҫылып ҡалған булған...

Һаулығы өсөн ул юҡҡа ғына борсолмаған: операция өҫтәлендә табиптар түбәндәгене асыҡлаған...

Республика клиник перинаталь үҙәк табиптары ысын мәғәнәһендә мөғжизә яһаған: әсәһенең эсендә ҡыҫылып ҡалған һәм тәбиғи юл менән тыуа алмаған балаға имен-һау донъяға килергә ярҙам иткәндәр. Ҡатында үтә ауыр патология булыуы асыҡланған. Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә. Медицина хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, 37 йәшлек әсә өсөн – был тәүге бала. Ул үҙе һәм сабыйы өсөн бик борсолған һәм, асыҡланыуынса, юҡҡа түгел. План буйынса үткән УЗИ ҡатындың аналығында гигант ҙурлыҡтағы миома барлығын асыҡлаған. Ул баланың тыуыу юлын ҡаплап торған. Хирургтар алдына ауыр бурыс ҡуйылған: балаға имен-һау тыуырға ярҙам итергә, миоманы алып ташларға һәм аналыҡты һаҡларға, сөнки ҡатын киләсәктә тағы ла бала табырға ниәтләй. Перинаталь үҙәктең иң тәжрибәле хирургтарының береһе Алексей Фролов ҡатмарлы операцияға тотонған: корпораль кесарево киҫемен яһаған. Һөҙөмтәлә, 3400 грамм ауырлыҡтағы, Апгар шкалаһы күрһәткесе буйынса 8/9 балл тәшкил иткән һап-һау сабый тыуған. Бала тыуғандан һуң табиптар миоманы ла ҡырҡып ташлаған. Уның ауырлығы – 1845 грамм, ҙурлығы 21-гә 17 сантиметр тәшкил иткән. Был – иҫ киткес ҙур шеш. Операция мәлендә донор ҡаны талап ителмәгән: уникаль селл-сейвер аппараты ярҙамында ҡатындың ҡаны йыйылып, таҙартылып, кире уның организмына ебәрелгән. Әле әсә һәм бала үҙҙәрен яҡшы тоя һәм өйгә ҡайтырға йыйына. Ғөмүмән, был мөғжизәлә әлеге ваҡытта тормошҡа ашырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының да ҡағылышы бар. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған ошо башланғысҡа ярашлы, республикабыҙҙың медицина тармағы һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә, район һәм ҡалаларҙағы медицина учреждениеларының матди-техник хәле заманға ярашлы яңыртыла, шуға бәйле иң ҡатмарлы осраҡтарҙа ла уңышлы һөҙөмтәләргә өлгәшелә. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Алексей Булатов. Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: