Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
14 Декабрь 2020, 12:25

“Һөйәлдәрҙең эҙе лә ҡалманы...”

Хәлиҙә Искәндәрова исемле уҡыусыбыҙ ҡыҙыҡлы дауа ысулын яҙып ебәргән

“Ҡыҙыма 11 йәш тулғас, ҡулдарында һөйәлдәр хасил булды. Улар йәмһеҙ генә түгел, бик ныҡ ҡамасаулайҙар ҙа. Баламдың тыуған көнөнә апаһы балдаҡ бүләк иткәс, хатта уларҙы ла бармағына кейә алманы, сөнки һөйәлдәре ауырта ине.
Ҡыҙым бик борсолдо, илап та алғыланы. Бер мәл кейәү тейешле кеше бик ябай һәм ҡыҙыҡ кәңәш бирҙе.
Ышанып бөтмәһәк тә, ҡулланып ҡарарға булдыҡ: ҡоро тары ярмаһын алдыҡ, уны һауытҡа һалдыҡ, ҡыҙым тарыны усына алды ла, ҡул йыуған һымаҡ хәрәкәттәр яһаны.
Унан был тарыны ҡараңғы мөйөшкә түктек. Һүҙ һарай йәки келәт мөйөшө хаҡында бара.
Ошонан һуң баланың ҡулындағы һөйәлдәр бөткәнен хатта һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ. Ә бит быға тиклем дарыухананан дарыуҙар алып яндырып та ҡараған булды, әммә һөҙөмтә бирмәне. Бығаса халыҡ медицинаһы рецептарына шикләнеп ҡарай инем, ошо осраҡ мине хайран ҡалдырҙы. Кемгәлер бәлки, килешер, эшләп ҡарағыҙ”.
Фото: dream-stall.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/y-ld-r-e-e-e-l--almani-588320/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас: