Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
14 Декабрь 2020, 08:26

Коронавирусҡа ҡайҙа тулы тикшереү үтергә була?

Амбулатор шарттарҙа яңы коронавирус инфекцияһын диагностикалау һәм дауалау үҙәге асылды.

Өфөлә амбулатор шарттарҙа яңы коронавирус инфекцияһын диагностикалау һәм дауалау үҙәге асылды. Ул 13-сө ҡала клиник дауаханаһында эшләй. Был хаҡта төбәк Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте. Үҙәк пациенттарҙы ял көндәрһеҙ иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гәсә ҡабул итәсәк. Бында коронавирус инфекцияһы раҫланған йәки шик аҫтында булған еңел һәм уртаса хәлдәге ауырыуҙар йүнәлтеләсәк. «Амбулатор диагностика үҙәгенә пациент "Ашығыс ярҙам" машинаһында килтерелә йәки табип йүнәлтмәһе буйынса үҙаллы мөрәжәғәт итә ала. Яңы инфекция йоҡторғанға шик булған кешеләргә бында тулыһынса тикшереү үтергә һәм амбулатор йә стационар шарттарҙа дауаланыуға йүнәлтмә алырға мөмкин», — тип хәбәр итте министрлыҡтың матбуғат секретары Софья Алешина. Үҙәктә табиптар пациенттарға электрокардиограмма, компьютер томографияһы, дөйөм һәм биохимик ҡан анализдары, ПЦР алымы менән ковидҡа тикшереү үткәрә. Дауалау тәғәйенләнгәндән һуң, сир тураһындағы мәғлүмәт пациент беркетелгән медицина учреждениеһына тапшырыла. Фото: vk.com/newsrb Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: