Даирә
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
12 Декабрь 2020, 18:09

Вирус ҡорбандары йөҙгә етте

Пандемия беҙҙең тормошобоҙҙан ҡасан китер икән?

Оператив штаб хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны 16 меңдән артҡан. Һуңғы тәүлектә сирҙең яңы осраҡтары буйынса антирекорд ҡуйылды – ауырыуҙар исемлеген йәнә 153 кеше тулыландырҙы.
Тәүлек эсендә 107 кешенең сирҙе еңеүе билдәле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пандемия башланғандан алып республикала тәүге тапҡыр тәүлек эсендә бер юлы өс кешенең вафат булыуы теркәлде.
Рәсәйҙә коронавирусҡа бәйле эпидемиологик хәл көсөргәнешле. Тәүлек эсендә COVID-19 вирусын 28 137 кешенең йоҡтороуы асыҡланған, 560 ауырыу вафат булған. Сирҙең үҫеш темпы Тува республикаһында, Ханты-Манси автономиялы округында аҡрынайған, ни бары 0,6 процент тәшкил итә.
Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Олег Гридневтың әйтеүенсә, коронавирус пандемияһын вакцинация ярҙамында киләһе йылдың урталарына еңә аласаҡбыҙ. Был хаҡта “Российская газета “ хәбәр итә.” Беҙ пандемияға инфекцияға йоғонто яһаусы вакцина йәки препарат ярҙамында идара итә башлағас, ул беҙҙең тормошобоҙҙан китәсәк, быға ышанабыҙ,” - тип белдерҙе Гриднев.
Фото: Ekaterinburg.bezformata.com
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: