Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
12 Декабрь 2020, 06:20

Картуфта - фарш

Ошондай ризыҡ әҙерләгәнегеҙ бармы? Рецебын тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, кисегеҙ йәмле булһын!

Бер килограмм картуф, 300 грамм ит фаршы, ике баш һуған, 100 грамм кишер, бер аш ҡалағы томат пастаһы, һарымһаҡ, үҫемлек майы кәрәк. Бер үк ҙурлыҡтағы картуфтарҙы һайлап алабыҙ ҙа, бысаҡ йәки ҡалаҡ ярҙамында уларҙың эсен соҡоп алабыҙ. Төбөн киҫәбеҙ - табала һәйбәт ултырһын өсөн. Шунан фаршҡа тоҙ, борос, һарымһаҡ, һуған һалып һәйбәтләп бутайбыҙ. Килеп сыҡҡан массаны картуфтың эсенә тултырабыҙ. Әҙер ризыҡтарҙы табаға һалабыҙ ҙа яртыһына тиклем тоҙло һыу һалып бешерәбеҙ. Шунан соусҡа тотонабыҙ. Уның өсөн ваҡланған һуғанды, кишерҙе үҫемлек майында ҡыҙҙырабыҙ. Иң аҙаҡтан соус, тоҙ, әҙ генә һыу ҡушабыҙ. Килеп сыҡҡан массаны картуфҡа ҡушып, әҙер булғансы тағы ла быҡтырабыҙ. Өҫтәлгә йылы килеш йәшеллек ҡушып бирергә мөмкин. Ашығыҙ тәмле булһын! Фото: bystryerecepty.ru Автор: Рисаля Юмагулова
Читайте нас: