Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
9 Декабрь 2020, 14:06

Актер Арсен Шәйхисламов арабыҙҙан китте

Бөркөт ҡарашлы, баҫҡан урынында ут сәсрәтер ир-уҙамандарҙың береһе Буранбай сәсән тоҡомонан ине...

Башҡортостан сәнғәте һәм мәҙәниәте ауыр юғалтыу кисерҙе: Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры актеры Арсен Шәйхисламов ваҡытһыҙ арабыҙҙан китте. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Арсен Шәйхисламов Сибай театрында бихисап сағыу образ тыуҙырған, башҡортса ла, русса ла таҙа һөйләшкән, ике телдә ҡала кимәлендә үткән төрлө концерт-тамашаларҙы, бәйге-конкурстарҙы алып барған бөркөт ҡарашлы, баҫҡан урынында ут сәсрәтер ир-уҙамандарҙың береһе ине. Сибайҙа уның ҡатнашлыҡһыҙ бер мәҙәни сара ла үтмәгәндер... Ул Буранбай сәсән тоҡомонан ине. Туған халҡының тарихын, мәҙәниәтен, телен ихтирам иткән, сәхнәне мөкиббән яратҡан талантлы артист үҙенең данлыҡлы сәсән вариҫы булыуы менән һәр саҡ ғорурланып йәшәне. Тамашасыларҙың тап ул уйнаған спектаклдәргә йөрөүе лә уның бар яҡлап талантлы икәнлеге хаҡында һөйләй. Тыныс йоҡла, талантлы артист, алмаштырғыһыҙ нәфис һүҙ оҫтаһы! Арсендең әсәһенең, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡ һәм түҙемлек теләйбеҙ. Автор фотоһы. Автор: Карима Усманова
Читайте нас: