Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
8 Декабрь 2020, 16:13

Шифаханаға 49 мең һумлыҡ сертификаттар

Улар кемгә тапшырыла башлай?

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһы кисергәндәрҙе һауыҡтырыуға сертификаттар тапшырыла башланы. Сертификаттың хаҡы – 49 мең һум, шифаханала дауаланыу ваҡыты — 14 көн. Ғаризалар 31 декабргәсә ҡабул ителә, сертификат менән 2021 йылдың аҙағына тиклем файҙаланырға мөмкин. Хеҙмәт министрлығында белдереүҙәренсә, уларҙы түбәндәге хеҙмәткәрҙәр генә алырға хоҡуҡлы: — сovid-19 менән эшләгән табиптар; — карантин шарттарында эшләгән социаль хеҙмәткәрҙәр; — изоляция ваҡытында халыҡҡа ярҙам күрһәткән ирекмәндәр; — биоматериалдар менән һәм изоляция тәртибен тәьмин итеү буйынса эшләгән Роспотребнадзор хеҙмәткәрҙәре; — ковид-госпиталдәрҙе һаҡлауға йәлеп ителгән Эске эштәр министрлығы, Рәсәй гвардияһы хеҙмәткәрҙәре; — изоляция режимын үтәүҙе контролдә тотҡан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре; — Һаулыҡ һаҡлау һәм Мәғариф министрлыҡтары социаль учреждениеларының карантин шарттарында эшләгән хеҙмәткәрҙәре. https://www.bashinform.ru/news/1531108-v-bashkirii-nachali-vydavat-sanatornye-sertifikaty-na-49-tys-rub-perebolevshim-covid-19/
Читайте нас: