Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
8 Декабрь 2020, 12:55

Белмәгән ғәмәл һәр саҡ ҡурҡыта”

Билдәле булыуынса, 16 ноябрҙән баш ҡаланың “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәге эшләй. Унда хеҙмәт итеүсе, коронавирусҡа ҡаршы көрәштең алғы һыҙығында булыусы сираттағы замандашыбыҙ менән таныштырабыҙ.

Любовь Иосифовна Бабенкова – Башҡорт дәүләт медицина университетының балалар ауырыуҙары кафедраһы доценты. Ул оҙаҡ йылдар юғары уҡыу йортонда белем биреү менән бер рәттән, ғәмәли медицина тармағында ла эшләй. Антиковид үҙәгенә уны эксперт булараҡ эшкә саҡырғандар.
– Шылтыратыусыларҙың күбеһе медицина ярҙамына мохтаж, уларҙың белгес кәңәшен ишеткеһе килә. Табип һүҙе был осраҡта бик мөһим, хатта ниндәйҙер кимәлдә дауалау көсөнә эйә, тип уйлайым.
Операторҙарға һәм эксперттарға төшкән мәғлүмәти көсөргәнеш иһә бик ҙур. Бында юғалып ҡалған, борсолған, нимә эшләргә белмәгән кешеләр шылтырата. Күптәр коронавирус хаҡындағы күп яҡлы мәғлүмәт ташҡынында юғалып ҡала. Унан тыш кешеләр бит төрлө: белем кимәле, социаль йәһәттән. Кемдер сиргә бәйле хәлен аныҡ баһалай, бәғзеләрҙә был шом уята. Хәйер, белмәгән нәмә һәр саҡ кешене ҡурҡыта ул. Бындай үҙәк ойошторолоуы, кешеләрҙең иркен шылтырата алыуы, һорауҙарына аныҡ яуаптар табыуы бик тә әһәмиәтле.
Бындағы эш – минең өсөн яңылыҡ. Кешеләр менән аралашам, үҙем өсөн яңылыҡтар асам. Йәмғиәттә коронавирус пандемияһына бәйле көсөргәнеш бар – быны бер нисек тә инҡар итеп булмай, кешеләрҙең борсоулы шылтыратыуҙары ла ошоно иҫбатлай. Мәҫәлән, бөгөн бер ҡатын шылтырата, дауаханала ята, сирләй. Ошо арала ире вафат булған. “Ни эшләп мине ҡәҙерле кешем менән хушлашырға, уны һуңғы юлға оҙатырға ебәрмәнеләр?” - тип илай ул трубкаға. Аңлайым, был кешегә бик ҡыйын, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә тормошобоҙҙа ошондай ҡағиҙәләр ғәмәлдә, сир таралмаһын өсөн сикләүҙәр бар... Шөкөр, шундай юғалып ҡалған кешеләргә ярҙам итеү өсөн ошо үҙәк эшләй, уларҙы тыңларға, йыуатырға тырышабыҙ. Артабан был инфекцияға бәйле хәл нисек үҫешерен бер кем дә аныҡ ҡына белмәй, шуға беҙҙең хеҙмәткә ихтыяж буласаҡ әле, – ти табип.
Әйткәндәй, Любовь Бабенкова коронавирусҡа бәйле хәл менән күптән таныш икәнлеген тағы бер үҙенсәлек иҫбатлай: уның тормош иптәше Олег Бабенков тәүҙә Зубов ауылында төҙөлгән ковид-госпиталдең төҙөлөш буйынса директоры булһа, әле шул уҡ эштәрҙе Стәрлетамаҡтағы йоғошло ауырыуҙар дауаханаһын төҙөүҙә башҡара.
Любовь Иосифовна заман талаптарына ярашлы төҙөлгән был медицина учреждениеларының уникаль объекттар булыуын, тәбиғәт булдырған ҡурай формаһында төҙөлөүе унда эшләгән хеҙмәткәрҙәр һәм дауаланыусылар өсөн дә ифрат уңайлы, эш һөҙөмтәлелеген арттырыусы ғәмәл икәнлеген билдәләй. Әлбиттә, ҡасан да булһа коронавирус пандемияһы ла артҡа сигенер, әммә йоғошло сирҙәр (ә улар шундай күп һәм төрлө) бер ҡайҙа ла китмәйәсәк һәм был госпиталдәр халыҡҡа файҙаһын килтерәсәк әле.
...Любовь Иосифовна менән әңгәмәләшкән арала беҙҙең эргәгә оператор килеп китә. Бер пациентҡа белгес кәңәше кәрәк: сирләгәндән һуң тикшерелеү үтеүен, анализдар тапшырыуын, организмында һаман вирус күрһәткесе һәм антиматдәләр ҙә булыуын бәйән иткән. Ул үҙенең башҡалар өсөн ни тикем хәүефһеҙ икәнлеген белергә теләй.
Любовь Иосифовна беҙҙең һорауҙарға яуап биреп бөтөү менән уға кире шылтыратасағын белдерә, телефонын ала: Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәгендә эш бер минутҡа ла туҡтамай. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ярҙамға мохтаждар "ҡыҙыу бәйләнеш" телефонына шылтырата ала:
8-800-201-89-03.
Унан тыш, коронавирусҡа бәйле хәл буйынса дистанцияла консультация, көнүҙәк һорауҙарға яуаптар алам тиһәгеҙ, Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәгенә иртәнге 8-ҙән киске 20 сәғәткә тиклем шылтыратырға мөмкин:
8(347) 218-19-19.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.
Читайте нас: