Даирә
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
6 Декабрь 2020, 10:05

Туңдырылған лимондың файҙаһы

Туңдырылған лимон һимереүҙән, диабеттан һәм яман шештәрҙән ҡотҡара. Күбеһенсә лимонды ҡабығы (цедра) өсөн туңдыралар. Туңдырып эретелгән лимон ҡабығы бик һәйбәт йомшара һәм уны ризыҡҡа ҡулланыуы уңайлы. Башҡа күп кенә емеш-еләктәр кеүек үк, лимон ҡабығы ла файҙалы матдәләргә бай - ул холестерин кимәлен яйға һалырға ярҙам итә, иммун системаһын нығыта, яман шештәрҙе булдырмай. Шулай уҡ

лимон төрлө микробтарға, грибоктарға һәм бактерияларға ҡаршы торған матдәләргә бай. Лимондарҙы даими ҡулланыу организмда ыңғай үҙгәрештәр килтерә. Мәҫәлән:
- инсульт хәүефен кәметә;- иммун системаһын нығыта;- бактерияларға ҡаршы тора;- борсолоу һәм күңел төшөнкөлөгө менән көрәшә;- астма билдәләрен еңеләйтә;- бауырҙы һәм бөйөрҙәрҙе таҙарта;- елһенеүҙе иҫ­кәр­теү һәм дауалау;- рак ауырыуҙарын иҫ­кәр­теү һәм дауалау сифатына эйә.
Шулай уҡ тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, лимон ҡабығы ундан артыҡ төрлө рак сирҙәре менән көрәштә һөҙөмтәле һәм бөгөнгө көндә ҡулланылған традицион дауалау, химия һәм нурланыш терапияһына ҡарағанда яҡшыраҡ ярҙам итә. Лимонды ҡасан теләйһегеҙ, шунда ҡулланам тиһәгеҙ - туңдырығыҙ. Бының өсөн:
1. Лимондарҙы йыуып киптерәбеҙ 2. Дезинфекция өсөн алма һеркәһенә бер минутҡа һалып торабыҙ3. Туңдырғысҡа 12 сәғәткә ҡуябыҙ 4. Һуңынан уны ҡырғыстан үткәрәбеҙ5. Килеп сыҡан массаны һыуытҡыстың боҙ туңдырыу өсөн тәғәйенләнгән һауыттарына һалып, ҡуябыҙ.
Иҫкә төшкәндә, туңдырылған лимон кубиктарын алаһың да, сәйгә һалып эсәһең. Компоттарға ла ҡушырға мөмкин.
Текст: https://vk.com/i_bashkirka?w=wall-75094756_36380
Фото: https://pixabay.com/ru
https://gazeta-toratay.rbsmi.ru/articles/rubrika-1/Tu-diril-an-limondi-fay-a-i-571623/
Торатау сайтынан алынды
Читайте нас: