Даирә
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
6 Декабрь 2020, 22:08

COVID-19 һәм пневмония буйынса күрһәткестәр ниндәй?

Коронавирустан вафат булған һуңғы өс ҡорбандың шәхесенә килгәндә...

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
Башҡортостанда аҙаҡҡы тәүлектә тағы ла 146 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 15 121-гә етте. Һауыҡҡандар – 12 415 (һуңғы тәүлектә 18 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм иҫәбе – 90 (һуңғы тәүлектә тағы ике кешенең үлеме теркәлгән).
Коронавирустан вафат булған һуңғы өс кешенең шәхестәренән килгәндә, 5 декабрҙә Өфөнән 60 йәшлек ҡатын вафат булған. Ул шәкәр диабеты, йөрәк ишемияһы, коронаросклероз, гипертониянан яфаланған булған.
6 декабрҙәге коронавирус ҡорбандарына килгәндә, береһе – баш ҡаланан 77 йәшлек ир. Ул атеросклероз, кардиосклероз, хроник пиелонефрит, бронхит менән сирләгән.
90-сы ҡорбан – шулай уҡ Өфөнән 68 йәшлек ир. Ул да буллез инфезема, ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан яфаланған.
Республика стационарҙарында – 596 (шул иҫәптән 45 кеше ауыр хәлдә, 12-һе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 2020 ауырыу дауалана.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 1 765 137 тикшереү үткәрелгән, һуңғы тәүлектә - 11 361.
Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 389 кешегә ошо диагноз ҡуйылған, был ауырыуҙан һауыҡҡан 396 пациент дауахананан сығарылған.
Фото: ИА «Башинформ»
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас в