һыу эсегеҙ . 15 минуттан йәшел сәй эсегеҙ. Ә инде тағы 10 – 15 минуттан ныҡ ҡына итеп иртәнге аш ашарға мөмкин.
*Аппетит булмағанда бер ваҡытта ла көсләп ашамағыҙ. Был ваҡытта эсәктәр ҡыҫылған, ә өбөрсәләре эсәктең стенкаларына йәбешкән була, йәғни улар яҡшылап аш эшкәртергә һәләтле булмай. Бынан тыш, көйәләнәгәндә һәм ныҡ арыған ваҡытта ашарға тырышмағыҙ. Стресс гормондары аҙыҡты тулыһынса эшкәртергә бирмәй.
*Аҙыҡты ауыҙға ҡапҡас, яҡшы итеп сәйнәгеҙ. Аш эшкәртеү процесы ауыҙҙа башлана. Әгәр ҙә беҙ уны эре-эрек киҫәк көйө йотабыҙ икән, аш эшкәртеү менән проблемалар башлана ла инде. Был айырыуса ауыр һәм майлы ризыҡҡа ҡағыла. Шуға күрә эшегеҙ ныҡ тығыҙ икән, ашау өсөн кефир, йогурт кеүек еңел эшкәртелеүсе ризыҡты һайлағыҙ.
*Шлактарҙан арынығыҙ. Бының өсөн артыҡ әллә нимә эшләү кәрәкмәй. Уның ябай ғына ысулы ла бар. Мәҫәлән, бер сөгөлдөр менән бер кишерҙе ҡырғыстан үткәреп, әҙерәк ваҡланған кәбеҫтә, йәшел укроп менән һуған, бер нисә тамыс лимон һуты, бер балғалаҡ зәйтүн майы һәм бер ҡалаҡ һыу ҡушырға. Бер аҙна дауамында һәр кис ошондай салат әҙерләп ашаһағыҙ, эсәктәрегеҙ ҡалдыҡтарҙан таҙарыр.
*Эс ҡатыуына юл ҡуймағыҙ. Эсәктәр ныҡ тулы булғанда, уларҙың стенкаһының ҡаршы тороу функцияһы кәмей һәм токсиндар ҡанға үтеп инеп, бөтә организмға тарала. Шуға күрә көнөнә 2 л һыу эсергә онотмағыҙ һәм күберәк күҙәнәкле ризыҡтар ашағыҙ. Эремсек һыуының файҙаһы ҙур. Уны көн һайын ашарҙан 10 – 30 минут алда эсергә кәңәш ителә.
*Эсәктәр файҙалы микрофлора булмаһа, яҡшылап эшләй алмай. Шуға күрә көн һайын туҡланыу режимына ҡатыҡ, кефир кеүек әсетеп әҙерләнгән һөт ризыҡтарын индерергә кәрәк.
*Күберәк хәрәкәт итегеҙ. Һәр хәрәкәт, айырыуса унда арҡа һәм эс мускулдары ҡатнашҡанда,эсәктәрҙең хәрәкәт итеү үҙенсәлеген яҡшырта һәм уны даими рәүештә бушатып торорға ярҙам итә.
Яңылыҡ авторы: Сажиҙә Лотфуллина
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Es-kt-r-ya-shi-eshl-en-s-n-575050/
Йәшлек гәзите сайтынан алынды