Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
2 Декабрь 2020, 11:50

Тымау тейгәндә нимә эшләргә ярамай?

Дөрөҫ дауаламаһағыҙ, тымау, танау тоноуы ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Бөгөн киң таралған, әммә һаулыҡҡа зыян килтергән халыҡ медицинаһы ысулдарын барлайбыҙ.

Танауҙы йылытыу
Ҡайһы берәүҙәр быны йылытылған ҡом, бешкән йомортҡа менән дә эшләй. Әммә белгестәр әйтеүенсә, был файҙалы булыуҙан бигерәк, зыян ғына килтерә.
Һәр тымау – елһенеү билдәһе. Уны вирустар, бактериялар, аллергендар тыуҙырыуы ихтимал. Тымау урындағы ҡан тамырҙарының киңәйеүенә килтерә, танау туҡымаһы шешә, елһенә, лайла бүленеү көсәйә. Был хәл танау ҡыуышлығына ла тарала.
Йылытҡан саҡта иһә танау ҡыуышлығында ҡан ағымы көсәйә, елһенеү процесы тағы ла әүҙемләшә, лайла арта, тын алыуы ауырлаша. Шешеү танау һәм танау ҡыуышлығы юлдарын ҡаплай, бактериялар күпләп үрсей башлай, синусит сире барлыҡҡа килә.
Тымауҙы дауалау өсөн ҡан тамырҙарын тарайтыусы препараттар ҡуланыу зарур. Был тын алыуҙы еңелләштерә, танау һәм танау ҡыуышлығы араһындағы юлдарҙы аса.
Эҫе ингаляциялар
Күптәрҙең тымауҙы эҫе быу менән дауаланғанын беләбеҙ. Картуф бешереп һулағанды алайыҡ, мәҫәлән. Былай эшләргә лә ярамай. Быу былай ҙа микробтарҙан елһенгән танау эсен ҡуҙғытып ебәрәсәк.
Унан тыш зарарланған тын алыу юлдары организмдағы башҡа патоген микробтарҙы әүҙемләштереүе ихтимал. Һөҙөмтәлә, ябай тымау инфекциялы сиргә күсеүе бар.
Алоэ и каланхоэ
Халыҡ медицинаһы классикаһы — танауға алоэ һәм каланхоэ һутын тамыҙыу. Йәнәһе улар танау эсен сылата, тын алыуҙы еңеләйтә, һауығырға ярҙам итә.
Алоэ һәм каланхоэ, ысынлап та, дарыу үләне булып тора. Һуттарының микробтарға, елһенеүгә ҡаршы көсө билдәле. Мәгәр улар лайлалы туҡыманы бик ҡаты ҡуҙғытыуы, яндырыуы бар. Һәр хәлдә, танау өсөн уны “таҙа” килеш файҙаланырға ярамай, аллергия башланыуын көт тә тор.
Ғөмүмән, тымау ваҡытында үҫемлек һуттарын түгел, ә махсус препараттар ҡулланыу отошлораҡ.
Бал һәм умартасылыҡ продукттары
Балды күптәр ярата, уның тылсымлы сифаттарына ышана һәм бәғзеләр уны танау өсөн дә ҡулланырға була, тип уйлай. Ул танау эсен еүешләндерә, туҡтауһыҙ сөскөрөүҙе баҫа, тип иҫәпләнә.
Әммә бал танауҙың лайлалы туҡымаһын ҡуҙғытыуҙан, аллергиянан башҡа бер һөҙөмтә лә бирмәй, тымау киреһенсә, көсәйәсәк.
Һуған һәм һарымһаҡ
Был ике үҫемлекте беҙҙең халыҡ бик ярата, уларҙың дауалау көсөнә лә ышана. Тымау тейгәндә лә файҙаланыусылар табыла: танауға һарымһаҡ йә һуған киҫәктәрен тыҡһындармы, уны ваҡ итеп турап еҫкәһендәрме, һутын һығып танауға тамыҙһындармы...
Уларҙың икеһе лә фитонцидтарға —микробтарға ҡаршы көрәшеүсе тәбиғи матдәләргә бай. Әммә һауала уларҙың миҡдары бик аҙ була һәм тымауҙы еңә алмай.
Был йәшелсәләрҙең пары менән һулау файҙаһыҙ булһа, һутын танауға тамыҙыу хәүефле лә: һуған йә һарымһаҡ һуты лайлалы туҡымаларҙы яндыра, был хатта синусит һәм бактериаль ҡатмарлылыҡтар тыуҙырыуы ихтимал.
Бына ошондай ябай ғына үҙенсәлектәрҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ.
Тымау, танау тоноу дөрөҫ дауаламағанда ҡатмарлы эҙемтәләргә килтереүе бар, шуға һаҡ булығыҙ, табип менән кәңәшләшеп дауаланығыҙ.
Фото: 3.404content.com
Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Timau-teyg-nd-nim-eshl-rg-yaramay-567164/
02.12.2020
"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: