Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
28 Ноябрь 2020, 17:46

Беренсел звеноға – айырым иғтибар

Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау тармағының беренсел звеноһын модернизациялау программаһы тормошҡа ашырыла башлаясаҡ. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы оператив кәңәшмәлә хәбәр итте.

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин үҙенең сығышында программаның 2021-2025 йылдарға планлаштырылыуын, уның сиктәрендә амбулатор-поликлиника учреждениеларының ресурс базаһы нығытыласағын белдерҙе.
Программаны тормошҡа ашырыу өсөн 2021-2025 йылдарҙа 19,8 миллиард һум аҡса тотоноу планлаштырыла. Уның 15,6 миллиард һумы – федераль ҡаҙнанан, 2,8 миллиарды республиканан бүленәсәк.
Программа сиктәрендә түбәнге саралар планлаштырылған:
- һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын төҙөү, реконструкциялау, капиталь ремонт яһау;
- медицина ойошмаларында беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү өсөн өҫтәмә рәүештә медицина кәрәк-ярағы менән тәьмин итеү.
- беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү, пациенттарҙы медицина ойошмаларына алып барыу, медицина тармағы хеҙмәткәрҙәрен эшкә йөрөтөү өсөн автомобиль транспорты менән тәьмин итеү.
Программа саралары 2021 йылдан тормошҡа ашырыла башлаясаҡ.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан “Һаулыҡ һаҡлау тармағының беренсел звеноһын модернизациялау төбәк программаһын раҫлау тураһында” ҡарарының проекты эшләнгән, ул Башҡортостан Хөкүмәтендә тикшереләсәк. Республика тәжрибәһе башҡа төбәктәргә лә таратыласаҡ.
Фото: health.bashkortostan.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: