Бына Рәшиҙә апайҙың быуындар һыҙлаған осраҡта тәҡдим иткән рецебы. Дарыухананан 6 флакон ҡырмыҫҡа спирты, 1 флакон йод, 1 флакон камфор спирты, 10 төймә анальгин һатып алығыҙ.
Анальгинды порошок хәленә еткәнсе төйөргә. Артабан барлыҡ ҡатнашмаларҙы бергә ҡушып, быяла шешә йәки банкаға һалып, 21 көнгә ҡараңғы ергә ҡуйырға. Ошо ваҡыттан һуң көн һайын самаһын белеп, һыҙлаған быуындарға һөртөргә.
Әгәр был рецепттағы берәй компонентҡа аллергия булһа, бик һаҡ ҡыланығыҙ. Ғөмүмән, табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.