– Бала табыу йорттары сәләмәт пациенттарҙы коронавирус инфекцияһын эләктереүҙән һаҡларға тырыша. Өфөлә Республика перинаталь үҙәге, Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика дауаханаһы, Дим районындағы 3-сө бала табыу йорто базаһында өс обсервация бүлексәләре булдырылған. Обсерваторҙарға коронавирус инфекцияһына шик булған пациенттар ҡабул ителә. Сирҙе йоҡторған ҡатындар өсөн Дим районындағы 3-сө ҡала дауаханаһы базаһында айырым бала табыу йорто бар. Улар һауыҡҡандан һуң, 14 көнлөк карантин үткәс, перинаталь үҙәк шарттарында бала табасаҡ.
37 аҙналыҡ йөклөлөктән алып ҡатындарға аҙнаһына бер тапҡыр ПЦР анализы бирергә тура килә. Әгәр анализ ике көндән артығыраҡ эшләнһә, уны биш көн һайын тапшырырға тура киләсәк, сөнки буласаҡ әсәләр ҡулында һәр саҡ яңыртылған һөҙөмтә булырға тейеш. Пациентта киҫкен вируслы инфекция билдәләре күҙәтелгәндә, антиесемдәргә тест-система ҡулланыла.
Ауырлы ҡатындар өсөн компьютер томографияһы ҡәтғи күрһәткестәр буйынса ғына үткәрелә. Тикшереү барышында радиация нурланышын кәметеү өсөн йөклө ҡатындың ҡорһағын ҡурғаш япҡыс менән ябалар. Динар Ғабдрахманов әйтеүенсә, табиптар компьютер томографияһын үтеүҙе кәрәк тип таба икән, быны мотлаҡ эшләргә кәрәк.