Даирә
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
15 Ноябрь 2020, 15:35

“Миңә ышанһағыҙ ине...”

Үлем һәм йәшәү араһында ҡалған 23 йәшлек Александра йылы һүҙгә лә, ярҙамға ла мохтаж.

Күптән түгел матбуғат саралары Бәләбәй районының Приют ҡасабаһында йәшәгән 23 йәшлек ҡыҙҙың аяныслы хәле тураһында хәбәр иткәйне. Александра Абрамова төкөрөк биҙҙәренең аденокистоз яман шешенә дусар. Сәйер сир билдәләрен ул бынан ике йыл самаһы элек һиҙеп ҡалған. Ҡолаҡ артында шештәр барлыҡҡа килгән, унан түҙгеһеҙ ауыртыуҙар йонсота башлаған. Көслө дарыуҙар ашап ҡына һыҙланыуҙарҙы баҫа алған Александра. Ҡыҙҙы төрлө табиптар тикшергән, аҙаҡ ҡына, онколог биопсия тәғәйенләгәндән һуң, уның ауыр сиргә дусар икәнлеге, метастазалар бауырға һәм үпкәгә күскәнлеге асыҡланған. “Комсомольская правда” порталы хәбәр итеүенсә, Александра Абрамова ошо көндәрҙә сираттағы химия терапияһын үтергә тейеш булған, әммә ҡыҙҙың хәле ныҡ хөртәйеүе мәғлүм. Уны үтә ныҡ ауыртыу-һыҙланыуҙар борсой, хатта иң көслө препараттар ҙа ярҙам итмәй. "Был – сираттағы һынау, миңә түҙергә кәрәк. Бирешмәйәсәкмен! Миңә әхлаҡи ярҙам да талап ителә, кешеләрҙең ышаныуы мөһим. Химия терапияһын дауам итерҙәрме-юҡмы - белмәйем, әммә ул мине сирҙән дә нығыраҡ ҡаҡшатты", – тип белдергән Александра. Ҡыҙ йылы һүҙгә лә, матди ярҙамға ла мохтаж. Әгәр ҙә уға ярҙам итергә теләһәгеҙ, 2202 2007 6403 4789 картаһы буйынса хәлдән килгәнсә аҡса күсерә алаһығыҙ. Был карта Абрамова Александра Борисовна исемендә, ҡыҙҙың телефонына - 8(937)831-66-97 - бәйле. Фото: “Комсомольская правда”. Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: