Даирә
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
14 Ноябрь 2020, 11:55

Йөрәкте... аяҡ аша ҡотҡарҙылар

Башҡортостан дәүләт медицина университеты клиникаһында сираттағы операцияны яһанылар.

76 йәшлек ҡатын ике ай элек коронавирус инфекцияһын кисерә. Ауыр сирҙән уның йөрәгенә көс төшә. "Аорта клапанының киҫкен стенозы" тигән диагноз ҡуйыла, организм етерлек кимәлдә ҡан менән туҡландырылмай. Тимәк, пациентта үпкә елһенеүе башланыуы ихтимал.
Ағзаның эшмәкәрлеген яҡшыртыр өсөн йөрәктең бер клапанын махсус механизмға алмаштырырға кәрәк, ләкин күкрәк ситлеген ярып операция яһау мөмкин түгел, сөнки ҡатындың күкрәк биҙе шеше була. Шуға күрә уны аяҡтағы ҡан тамыры аша эшләргә хәл итәләр.
Операция сәғәт ярым бара. Хирургтар мониторҙағы рентген һүрәтенә ҡарап эш итә.
– Беҙ шул рәүешле 60-тан ашыу клапан ҡуйҙыҡ. 2015 йылдан алып йылына тиҫтәләгән операция яһайбыҙ, – ти клиника бүлексәһе мөдире Владимир Ишмәтов.
Бындай ғәмәлде йышыраҡ етди операцияны күтәрә алмағандай өлкән йәштәге кешеләргә эшләйҙәр. Яһалма аппарат сирленең хәлен байтаҡҡа еңеләйтеп, биш-алты йыл йөрәккә ҡан йөрөтөргә ярҙам итәсәк.
Фото: utv.ru
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: