Даирә
-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
13 Ноябрь 2020, 20:13
Башҡортостанда коронавирустан үлем осраҡтары 65-кә етте
Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһын йоҡторғандарҙың дөйөм һаны 12 меңдән ашты.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, пандемия башланғандан алып 12 096 кешелә диагноз раҫланды. Тәүлек эсендә – 115 осраҡ.
«Әүҙем» пациенттарҙың күпселеге өйҙә дауалана (648 кеше), стационарҙа – 321.
«30-ы – ауыр хәлдә, 7-һе – үпкәне яһалма елләтеү аппаратында. Бөтәһе 11062 кеше сығарылды. Коронавирустан бер үлем осрағы теркәлде. Шулай итеп, вафат булғандар һаны 65-кё етте», — тип белдерҙеләр министрлыҡта.
Билдәле булыуынса, һуңғы ҡорбан – Өфө районынан 67 йәшлек ир. Ул киҫкен панкреатиттан, өсөнсө стадиялағы гипертония ауырыуынан һәм башҡа сирҙәрҙән яфаланған.
Тәүлек эсендә 326 дауахананан тыш пневмония осрағы асыҡланды.
https://www.bashinform.ru/bash/1521345/
фото «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!