Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
10 Ноябрь 2020, 14:45

Һеҙҙә “оҙайлы ковид” синдромы түгелме?

Ғалимдар “оҙайлы ковид” синдромы хаҡында белдергән. Был сирле тороштоң айҙар дауамында һуҙылыуы, тотош организмдың эшмәкәрлегендә сағылыуы ихтимал.

Британияның Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә тикшеренеүҙәр буйынса Милли институты (NIHR) күптән түгел доклад нәшер иткән. Ул “COVID-19-лы тормош” тип атала һәм донъяла киң таралған “оҙайлы ковид” феноменына арнала. Һүҙ коронавирус инфекцияһы тыуҙырған, оҙаҡ ваҡыт, хатта айҙар буйына һуҙылған сирле торош тураһында бара.

Донъялағы меңәрләгән кеше, баҡһаң, социаль селтәрҙәрҙә, чаттарҙа, онлайн-форумдарҙа тап ошо тема айҡанлы берләшә икән. Улар коронавирус инфекцияһы асыҡланыуға бихисап ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, үҙҙәрен һаман сырхау итеп тойоуын, ниндәй билдәләр борсоуын бәйән итә. Араларында ярты йылдан ашыу ошо хәлдә йәшәгәндәр ҙә барлығы асыҡланған.

Әйтергә кәрәк, был – белгестәр өсөн бөтөнләй яңы проблема. Доклад авторҙары тәүге тапҡыр “оҙайлы ковид”тың айышына төшөнөргә һәм уны һүрәтләргә тырышҡан. Быларҙың барыһы ла Facebook социаль селтәрендәге “Long COVID” берләшмәһенең 14 ағзаһы тәҡдим иткән мәғлүмәткә таянып эшләнгән.

Асыҡланыуынса, “оҙайлы ковид”­тың кәмендә дүрт билдәһе булыуы ихтимал. Был осраҡта пациент­тар­ҙың хәле йә яҡшыра, йә, кире­һенсә, насарайып китә. Организм­дың бер ағзаһында сиргә хасил билдәләр йә көсәйә, йә кәмей, унан бөтөнләй икенсе ағзаға күсеүе бар. Мәҫәлән, тәүҙә ул үпкәлә булһа, унан башҡа йөрәктә, бөйөрҙә, бауырҙа, эсәк­тәрҙә, тирелә сағылыш таба.

“Оҙайлы ковид” менән төрлө йәштәге кеше лә яфаланыуы ихтимал. Шул уҡ ваҡытта ошо синдром COVID-19 инфекцияһын ауыр формала үткәреп, саҡ үлемдән ҡалған­дарҙа ла, коронавирусты еңел генә кисергәндәрҙә лә барлыҡҡа килергә мөмкин, ти Британия ғалимдары.
Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА
  • Читайте нас: