Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
10 Ноябрь 2020, 14:35

Билмән өсөн ҡаймаҡтан ҡамыр

Был ысул менән әҙерләнгән ҡамыр үтә татлы килеп сыға.Кәрәк: 200 мл ҡаймаҡ, 2 ст он, ½ сәй ҡалағы тоҙ.

Ҡаймаҡҡа тоҙ, он ҡушып ҡамыр әҙерләйбеҙ. Һауыттың өҫтөн таҫтамал менән ҡаплап 1 сәғәткә ҡуйып торабыҙ. Мөмкин булһа 3 сәғәткә лә ярай. Былай эшләһәң, ҡамыр тағы ла йомшағыраҡ буласаҡ. Ҡамырҙы онһоҙ йәйәбеҙ, ул йәбешмәйәсәк. Уны йоморо киҫәктәргә киҫеп, эсенә әҙер эслекте һалабыҙ. Билмәнде ҡәҙимгесә тоҙло һыуҙа бешерәбеҙ.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: