Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
10 Ноябрь 2020, 17:15

Асыҡ һауала кейеүҙән файҙа бармы?

Битлек – быйыл иң популяр әйберҙәрҙең береһе. Уны урамда һәм йәмәғәт урындарында кейгән кешеләрҙе күреү ғәҙәти хәлгә әйләнде, әммә битлекте дөрөҫ кейә белеү зарур. Юҡһа эйәктә эленеп торғанынан, танауҙы ҡапламағанынан бер файҙа ла юҡ.

Унан тыш, бәғзе белгестәр хәбәр итеүенсә, пандемия осоронда битлекте урамда кейеүҙән дә шулай уҡ фәтүә булмаясаҡ, сөнки асыҡ һауала коронавирус йоҡтороу ихтималлығы түбән. Шул уҡ ваҡытта иҫегеҙҙә тотоғоҙ: “асыҡ һауа” төшөнсәһе шартлы, сөнки ҡала ситендәге һәм үҙәгендәге кешеләрҙең һаны төрлөсә. Ошонан сығып, күп кеше йөрөгән урамда һауа зарарһыҙ, тип әйтеп булмай.

Кешеләр күпләп йөрөгән урында, мәҫәлән, поликлиникала, магазиндарҙа, театрҙа йәки йәмәғәт транспортында битлек кейеү мотлаҡ, сөнки инфекция һауа буйынса тын алыу юлдары аша тарала. Ҡулланылған битлекте шунда уҡ ташларға кәрәк.

Битлектәрҙең төрлө конструкциялы булыуы ихтимал. Уларҙың бер йәки күп тапҡыр ҡулланыла торғандары бар. Бәғзеләре ике, дүрт, алты сәғәт хеҙмәт итә. Хаҡтары ла төрлөсә. Бер үк битлекте ике тапҡыр кеймәгеҙ – инфекция йоҡтороуығыҙ ихтимал. Уны ҡайһы яғы менән кейһәң дә була, әммә танауға элә торған нығытҡыс, ғәҙәттә, битлектең төҫһөҙ яғында, йәғни эстән ҡуйыла.

Битлек биткә тығыҙ тейеп торорға, танау һәм ауыҙҙы ныҡлы ябырға тейеш. Сискәндән һуң, өҫ яғына ҡағылмаҫҡа тырышығыҙ, ҡулығыҙҙы яҡшылап һабын менән йыуығыҙ.

Еүешләнһә, уны шунда уҡ алмаш­тырығыҙ. Сирле кеше менән аралаш­ҡандан һуң битлекте кисекмәҫтән ташлау зарур. Әле әйтеүебеҙсә, кеше булмаған урындарҙа, саф һауала сисеп торғанда ла була.

Шуны иҫтә тотоғоҙ: битлек кенә сирҙән араламай, башҡа иҫкәртеү сараларын да ҡулланыу зарур.
Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВа.
Читайте нас: