Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
9 Ноябрь 2020, 10:36

56 килограмға ябыҡҡан

Ошо хәлдән һуң ҡатын үҙен, ысынлап та, бәхетле итеп һанай башлаған...

Сәләмәт тормош алып барыу, дөрөҫ туҡланыу һәр саҡ иғтибар үҙәгендә булған һәм әлеге ваҡыттта бигерәк тә көнүҙәк. 40 йәшлек Әлфиә Вәлишина ябыҡҡанға тиклем һәм унан һуңғы тормошо хаҡында “Башинформ” мәғлүмәт агентлығына һөйләгән. Ул ике йыл эсендә 50 килограмдан ашыу артыҡ килограмдар “туплаған” һәм ошо уҡ ваҡытта тиерлек уларҙан ҡотолған.
Ырынбурҙа тыуып үҫкән Әлфиә Вәлишинаның бала сағында тән ауырлығы менән проблемалар булмаған: нимә теләгән, шуны ашаған. 17 йәшендә ҡыҙ Өфөгә килгән һәм Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға ингән. Артабан – аспирантура, кейәүгә сығыу, беренсе балаһы тыуыу, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлау, ғалимә карьераһы һәм икенсе балаһының донъяға килеүе. Ҡатын, фән эшмәкәрлеге менән бер рәттән, күмәртәләп сауҙа итеү өлкәһендә лә шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлаған һәм аҙаҡ тап уның менән генә ныҡлап шөғөлләнгән. Тик бына яҡын кешеһе сирләгәс, һаулыҡ менән барлыҡ проблемалар башланған һәм үҙе хаҡында ла хәстәрлек кәрәклеге тураһында онотҡан. Шулай итеп, ул ҡайғыһынан 120 килограмға тиклем “ашаған”. Шуға университетта ла һирәк күренә башлаған: унда, ҡатындың хәлен аңлап, дәрестәр теҙмәһен эшләнгәндәр. Күп аҡса кәрәккәс, шәхси эшҡыуарлыҡ менән ныҡлап шөғөлләнгән. Шуға фән арттараҡ тороп ҡалған. “Ирем Тимур һәр саҡ янымда булды. Уның менән беҙ 15 йыл бергә”, – тип белдергән ҡатын. Ул ҡатынын 120 килограмм ауырлыҡ үлсәмендә лә яратыуҙан туҡтамаған. “Бер көн йығылып, үҙемдең ауыр кәүҙәм менән аяғымды һындырғас, минең өсөн һынылыш осоро башланды”, – тип белдергән Әлфиә. Тик уға бер ниндәй диета ла ярҙам итмәгән: биш килограмды ташлаһа, аҙаҡ кире 10 килограмм “ҡайтҡан”. “Фитнес-клубҡа карта ҡотҡарҙы. Беренсе көндө үк фитнес-инструктор килеп шәхси күнекмәләр хаҡында һөйләште. Ошо көндән алып биш йыл үтте. Туҡланыуымды ла контролгә алды”, – тип уңыш серҙәре менән уртаҡлашҡан Әлфиә.
Хәҙер ҡатын аҙнаһына өс тапҡыр фитнес-клубҡа йөрөй. Ул артыҡ килограмдарҙы ике йылда ташлаған, ә һуңғы өс йылда фигураһын “ипкә килтереү” менән шөғөлләнгән. “Пластик операциялар эшләтмәнем. Тән тиреһе тартылды”, – тип белдергән ҡатын.
Ә бына әхирәттәренә килгәндә, улар Әлфиә ябыға башлағас, юҡҡа сыҡҡан. Берәүһе хатта: “Ғәфү ит, һиңә көнсөллөк менән ҡарайбыҙ. Барыһы ла һиңә тиҙ, еңел бирелә”, – тигән. “Ситтән ҡарағанда, кешеләргә барыһы ла еңел кеүек тойолалыр, күрәһең. Тик был һис тә улай түгел”, - тигән Әлфиә.
Сәләмәт тормош, спорт менән шөғөлләнеү, дөрөҫ туҡланыу иммунитетты нығыта. “Бер миҫал килтергем килә: 100 килограмдан артҡан ҡатынға түлһеҙлек диагнозы ҡуйғайнылар. Ул ире менән дүрт баланы уллыҡҡа алды. Тик ул туҡланыуын, гормональ фонды ипкә килтергәс, 30 килограмм тирәһе ауырлығын ташлағаны һәм йөклө булды”, – тип һөйләгән Әлфиә.
Сәләмәт тормош алып барыу, спорт менән шөғөлләнеү, дөрөҫ туҡланыу иммунитетты нығыта һәм һаулыҡҡа, шул иҫәптән тәү ауырлығына ла ыңғай йоғонто яһай шул.
Фото: Әлфиә Вәлишинаның шәхси архивынан.
Автор: Айһылыу Низамова
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: