Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
8 Ноябрь 2020, 18:09

Атаһы Сафияны яратамы?

Ҡасан кешеләр ошоноң ише мәғәнәһеҙ һорауҙар биреүҙән туҡтар...

Яратҡан алып барыусыбыҙ Земфира Байбулдинаның "ҡояш ҡыҙы" Сафияны тәрбиәләүен беләбеҙ. Көслө рухлы ҡатын быны бер ҡасан да йәшермәне, ҡыҙының үҙенсәлегенән уңайһыҙланыу хистәре уға хас түгел. Тик уны уратып алған кешеләр һаман мәғәнәһеҙ һәм тупһыҙ һорауҙарын бирергә тартынмай икән. Улар менән Земфира социаль селтәрҙәрҙә уртаҡлаша. Сираттағы “Уңайһыҙ һорауҙар” рубрикаһы аҫтындағы яҙмаһына беҙ ҙә иғтибар иттек. “Мине уратып алған кешеләр Сафияға ҡағылышлы һорауҙары менән ғәжәпләндереүҙән туҡтамай. Был юлы һорау шундай ине: “Рәдиф Сафияға ҡарата ниндәй мөнәсәбәттә? Камила менән Нурсолтанға булған кеүек үк мөхәббәтен бер иш белдерәме?” Бына ошондай кешеләргә нисек яуап бирергә тейешмен икән? Бәлки миңә лә, ә һеҙ ҡайһы балағыҙҙы нығыраҡ яратаһығыҙ, тип һорарға кәрәктер? Һәм улар нимә тип яуап бирер? Был бит бер кешенең генә һорауы түгел, күптәр шулай ти. Нисек инде үҙ балаларыңды төрлөсә яратырға мөмкин? Сафия беҙҙең өсөн ғәҙәти бала һәм беҙ бер ҡасан да уға әҙерәк иғтибар биргәнебеҙ юҡ. Улай итергә уйға ла инеп сыҡмай. Шундай һүҙҙәр бар бит: бармаҡтың ҡайһыһын тешләһәң дә, бер төрлө ауырта. Бында ла шулай: бөтә өс балабыҙ ҙа беҙҙең киҫәктәребеҙ, мөхәббәтебеҙ емештәре. Рәдиф менән Сафияның мөнәсәбәттәре бик наҙлы. Айырыуса хәҙер Сафияның атаһына айырым ҡыҙыҡһыныу һәм мөхәббәте тойғоларын белдерә башлаған йәше етте. Ул атаһын гел көтөп ала, оҙаҡ ҡайтмай торһа һораша, оҙаҡ итеп уны ҡарай, өйрәнә. Рәдиф уға шулай уҡ яуап бирә. Башҡаса нисек булырға мөмкин һуң?” - тип яҙҙы ул. Был яҙма аҫтындағы комментарийҙарҙа бөтәһе лә уларҙы хуплауын һәм ғаиләләре менән һоҡланыуын белдерҙе. Ысынлап та, бәхетле, талантлы һәм матур ғаиләгә һаулыҡ һәм уңыштар теләйбеҙ! Фото: Инстаграм. Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: