Даирә
+28 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
5 Ноябрь 2020, 15:10

Яңы төр салат

Әҙерләү өсөн 1 сельд балығы (ите), 1 бәйләм йәшел һуған, 1 бәйләм укроп, 1 ҡыяр, 150 гр ҡаты сыр, 2-3 бешкән бәрәңге, майонез кәрәк буласаҡ.

Селедканы ваҡ киҫәктәргә турайбыҙ һәм тәрилкәнең иң аҫҡы ҡатына һалабыҙ. Өҫтөнә туралған йәшел һуған һибегеҙ. Бешкән бәрәңгене эре ҡырғыстан үткәреп өсөнсө ҡатҡа һалабыҙ. Артабан теленгән ҡыяр һәм ҡырғыстан үткәрелгән сыр өҫтәйбеҙ. Укропты ваҡ итеп турап өҫтөнә һибеп сығабыҙ. Һәр ҡат майонез менән яғыла.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас: