Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
30 Октябрь 2020, 17:35

D витамины кәрәк

Табиптар әлеге ҡатмарлы эпидемиологик ваҡытта D витаминының мөһимлеген белдерә, сөнки ул иммун системаһы менән тығыҙ бәйләнгән.

Белгестәр әйтеүенсә, организмдың был вита­минға ҡытлығын белдер­гән билдәләр етерлек, тик беҙ уларға иғтибар итмәйбеҙ. Мәҫәлән, арығанлыҡ, мускулдарҙың ауыртыныуы, сәс ҡойолоуы, яраларҙың аҡрын уңалыуы... D витамины етешмәгәндә һөйәктәр һыҙлауы һәм быуындар ауыртыуы күҙәтелеүе мөмкин. Организмы витаминға ҡытлыҡ кисергән кешеләр тиҙ һалҡын тейҙерә, пневмония, киҙеү һәм башҡа йоғошло сирҙәргә бирешеүсән.

Витамин һәм башҡа препараттарҙы бары табиптар тәғәйенләргә тейеш. Ҡайһы бер аҙыҡ-түлектең дә D витаминын тулыландырырға ярҙам итеүе мөмкин. Рационығыҙҙа балыҡ, диңгеҙ аҙыҡтары, бәшмәк, йомортҡа, һоло һәм сыр булһын. Шулай уҡ саф һауала йөрөү бик файҙалы.
Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА.
Читайте нас: