Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
30 Октябрь 2020, 13:52
Бейеү сәнғәте аҡһаҡалы арабыҙҙан китте...
88 йәшендә Башҡортостандың халыҡ артисы Ратмир Бәҙретдинов вафат булды.
88 йәшендә Башҡортостандың халыҡ артисы Ратмир Бәҙретдинов вафат булды. Коллегалары белдереүенсә, ул пневмониянан дауаланған булған, тип хәбәр итә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.
Ратмир Сәрүәр улы 1931 йылдың 15 ноябрендә Башҡортостандың Дыуан-Мәсетле (хәҙерге Мәсетле) районының Ҡотош ауылында тыуған. Бала саҡтан халыҡ йырҙарына һәм бейеүҙәренә ғашиҡ булып үҫә. Үҫмер йылдарында уҡ башҡорт бейеүҙәрен оҫта башҡарыусы булып таныла.
1952 йылда Башҡорт театр-сәнғәт училищеһын тамамлағандан һуң, хеҙмәт юлын Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә солист булып башлай. 1973 йылда ансамблдең директоры итеп тәғәйенләнә. 1980 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының проректоры булып эшләй. 1986–2001 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының директор урынбаҫары һәм төп администраторы вазифаһын башҡара.
Башҡорт бейеү сәнғәтенең аҡһаҡалы, бихисап сағыу, ҡабатланмаҫ бейеүҙәр һалыусы, “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсының алмаштырғыһыҙ баһалама төркөмө ағзаһы Ратмир Бәҙретдинов хаҡында яҡты хәтер халҡыбыҙ күңелендә мәңге һаҡланыр. Мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡ, ныҡлыҡ теләйбеҙ.
Фото: gtrk.tv
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/Beye-s-n-te-a-a-ali-arabi-an-kitte-522520/
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас:
Новости партнеров
Синоптиктарға ышанырғамы, Рәйес бабайғамы?
“Җиде бала үстек әткәй белән...”
О чём говорят немые колонны Уфы