Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
29 Октябрь 2020, 19:06

Был турала бер кемгә лә һөйләмәгеҙ!

Баҡһаң, «белгестәр» алты нәмә хаҡында шым ҡалырға кәңәш итә.

Кемдәр исемлек төҙөп ултырғандыр инде?! Ырым-хөрәфәтмелер...
Тик ҡайһы саҡта ысынлап та өндәшмәү яҡшыраҡтыр.
Эзотериктар түбәндәге алты нәмә тураһында кешегә һөйләмәҫкә тәҡдим итә:
Сир
Ныҡ ауырыған саҡта кем менәндер һөйләшке килеп бармай әле. Шулай ҙа еңелсә сырхап торғанда, башҡаларға ла һөйләйһең, ирекһеҙҙән уларҙың да ауырыуҙары хаҡында тыңлайһың. Һәм... тағы ла нығыраҡ ауырып киткән һымаҡ булаһың.
Ҡаҙаныш
Эйе, яҡындарығыҙға Маҡтау грамотаһы йә күп итеп премия алыуҙы һөйләргә күнеккәнһегеҙҙер. Был – яҡшы. Тик социаль селтәрҙәргә етәксенән награда алып торған фотоғыҙҙы ҡуйып, ғәм халыҡҡа күренһәгеҙ, бөттө – һеҙҙе күптәр күрә алмай башлаясаҡ. Эзотериктар әйтә: бәхет тыныслыҡты ярата.
Проблема
Кеше проблемаһы кешегә хәжәт түгел. Береһенә һөйләһәгеҙ ҙә, әллә ни ыңғай кәңәш ала алмаҫһығыҙ. Ул кеше һеҙҙең иң яҡынығыҙ булмаһа инде. Шулай ҙа ул яҡындарҙың да һеҙҙең мыжыуҙарҙан ялҡыуы ихтимал. Һөйләһәгеҙ ҙә, барыһын да әйтмәгеҙ.
Аҡса
Хеҙмәт хаҡы һәм башҡа килем сығанаҡтары тураһында кешегә һөйләү – хәүефле. Шулай уйлай бәғзеләр. Аҡсағыҙ күп булһа, бигерәк тә. Беҙҙең арала көнсөлдәр күп...
Төш
Ниндәй төш күргәнегеҙ хаҡында ла барыһына ла һөйләп йөрөмәгеҙ. Төштәр беҙҙең йәшерен ниәттәрҙе лә һөйләп биреүе ихтимал. Йәнә кем нимәгә юрай әле. Матур төшөгөҙҙө лә әрәм итерҙәр.
Киләсәк
Үҙ киләсәгегеҙ хаҡында үҙегеҙ генә күҙаллағыҙ ҙа ҡуйығыҙ. Беҙҙең тормош – ғәжәп нәмә. Нимәлер килеп сыҡмаһа, ул фәлән-фәлән тип хыялланып маташҡайны, ана, ни хәлдә ҡалды, тип яманауыҙлана торған кеше лә табылыр. Был һеҙгә кәрәкме?
Бына шундай кәңәштәр. Ышанһағыҙ ышанығыҙ, ышанмаһағыҙ – юҡ.
Фото: Т.роза
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Йәшлек сайтынан алынды
Читайте нас: