Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
23 Октябрь 2020, 15:20

Йүтәл ныҡ йонсотһа...

Көҙ саҡ ҡына өшөү ҙә тымаулауға, артабан оҙайлы йүтәлгә килтереүе ихтимал. Һеҙҙең иғтибарға халыҡ дауаһы серияһынан бер рецепт.

Ҙур ғына бер баш һуған, шул сама һарымһаҡ һәм керән тамыры алына. Барыһын да ит турағыс аша үткәрергә йәки блендерҙа иҙергә. Яҡынса ярты литр ҡатнашма килеп сыға. Шул сама бал ҡушып, яҡшылап болғайбыҙ. Йүтәл ныҡ йонсотҡанда, көнөнә өс тапҡыр берәр сәй ҡалағы аш мәлендә ҡабул итергә. Ҡатнашма һыуытҡыста бер йыл боҙолмай һаҡлана ала.

Керән был рецепта мотлаҡ һанала, сөнки ул тын юлдарын, альвеолаларҙы киңәйтә, тын алыуҙы еңелләштерә, ҡурылдай быумаһын иҫкәртә, әммә ашҡаҙан-эсәк сирҙәре, ашҡаҙандың сей яраһы осрағында, шулай уҡ бәләкәй балаларға кәңәш ителмәй. Балға аллергияһы булғандар ҙа һаҡ ҡыланырға тейеш.

Халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү зыян итмәҫ.
Автор: Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА
  • Читайте нас: