Өс ҡап лавр япрағын алырға. Уның береһен 10 литрлыҡ биҙрәләге һыуға һалып, ҡайнатып сығарырға. Һыуҙы бешмәҫлек булғансы һыуытырға һәм 20 минут дауамында аяҡты ошо һыуҙа тоторға. Унан йылы ойоҡ кейергә кәрәк.
Һыуҙы түгергә ашыҡмағыҙ, таҙа туҡыма менән өҫтөн ябып ултыртығыҙ. Иртәгәһенә ошо уҡ һыуға икенсе ҡаптағы лавр япрағын һалып ҡайнатырға һәм кисәгесә аяҡты 20 минут тығып ултырырға. Өсөнсө ҡапты ла ошолай уҡ ҡулланырға.
Бындай дауаны ярты йыл һайын ҡабатларға мөмкин. Аяҡ-ҡулдарығыҙ һыҙламаһын, сәләмәт булығыҙ!