Даирә
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
23 Октябрь 2020, 12:00
“Ныҡ ҡурҡам...”
Яҙҙан алып йондоҙҙарыбыҙ тормошон “Инстаграм” һәм башҡа социаль селтәрҙәр аша йыш күҙәтеүгә күстек. Улар ҙа быны белә һәм яңылыҡтары менән ихлас уртаҡлаша. Артист ни тиклем асығыраҡ, халыҡ уларҙы шул тиклем ҡыҙыҡһыныбыраҡ ҡарай.
Шундай йондоҙҙарҙың береһе – Гөлназ Асаева. Ошо көндәрҙә йырсы һаулығындағы проблемалар менән уртаҡлашты. Баҡһаң, оҙаҡламай уның күҙенә операция яһайҙар икән.
"Күптәрегеҙ белә: минең күҙем насар күрә. Автомобиль йөрөткәндә күҙлекһеҙ мөмкин түгел. Шуға күрә Вилдан мине бөгөн табипҡа алып бара. Барыһы ла яҡшы үтһен ине. Ныҡ ҡурҡам..." – тип кисерештәре менән уртаҡлашты йырсы.
Аҙаҡ, табипта булғас, Гөлназ үҙен операцияға яҙғандары тураһында хәбәр итте. Уны ҡасан яһарҙар, әлегә билдәле түгел. Барыһы ла яҡшы булһын, Гөлназға һаулыҡ теләйбеҙ.
Фото: Инстаграм.
Автор: Альфия Мингалиева.
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
На уровне молекул
“Ана капиталы” акчасы калган иде