Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
23 Октябрь 2020, 17:49

Дауалауға ҡарағанда, сирҙе киҫәтеү яҡшыраҡ

Башҡортостан Республикаһы Сәләмәтлек һаҡлау министрлығының рәсми сайтындағы оператив мәғлүмәттәр буйынса, коронавирус менән ауырыусыларҙың һаны көндән-көн арта. Медицина фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, юғары категориялы табип-ойоштороусы, Ҡырмыҫҡалы район үҙәк дауаханаһының баш табибы Салауат Камалетдинов менән әңгәмәбеҙ бөгөнгө көндә райондағы хәл һәм ауырыу ҡурҡынысын кәметеү тураһында.

- Салауат Хәниф улы, коронавирус ауырыуын кәметеү өсөн ниндәй саралар күрелергә тейешлеге тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине.
- 2019 йыл аҙағында беҙ тәү тапҡыр яңы коронавирус инфекцияһы барлыҡҡа килеүе һәм уның донъя буйлап “йөрөүе” тураһында ишеттек. Февраль аҙағында – март баштарында ул беҙҙең республикаға ла килеп етте. Ауырыусыларҙың һаны көндән-көн артып, май айында уның иң күп осрағы күҙәтелде. Июнь уртаһынан сентябрь уртаһына тиклем уны йоҡтороусыларҙың һаны кәмеүе донъяла, шул иҫәптән районда хакимиәт тарафынан ҡулланылған саралар һөҙөмтәһе генә түгел, тәбиғәт тә быға булышлыҡ итте. Йәй етеү менән кешеләрҙең саф һауаға сығыу, биналарҙа һәм транспортта бер-береһе менән аҙыраҡ аралашыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Ләкин гриптан айырмалы булараҡ, коронавирус бер ҡайҙа ла китмәй, йәйге ваҡытта ла ул үҙенсәлектәрен юғалтмай, тирә-яҡта, айырыуса ябыҡ биналарҙа тотороҡло һаҡлана. Шуның өсөн дә районда, республикала, ғөмүмән, донъяла ауырыусыларҙың һаны артҡандан-арта. Балаларҙың мәктәптә уҡый башлауы ла ҙур роль уйнай. Ауырыуҙың инкубация осоро - уртаса 14 көн. Аллаға шөкөр, балалар уны еңел формала үткәрә. Хроник ауырыуҙары булмаған, сәләмәт балаларҙың организмы был ауырыуға ҡаршы көрәшә ала.
Бынан тыш, яҙын сәләмәтлек өсөн борсолоп, күптәребеҙ үҙизоляциялау режы­мына күстек һәм гигиена талаптарын үтәнек. Ә йәй йомшара төштөк. Һауа торошо ла йылы торҙо. Беҙ рәхәтләнеп саф һауа һуланыҡ, ҡояш нурҙарында ҡыҙындыҡ, күпләп йәшелсә-емеш ашаныҡ, беҙҙең иммун системаһы шаҡтай нығынды. Әле лә көндәр матур тора. Шуға ҡарамаҫтан, кеше­ләр уны ауыр формала үткәрә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үлеүселәр ҙә бар. Стационарҙа да­уа­лауға мохтаж ауырыусыларҙың һаны артыу сәбәпле, ковид койкаларының һаны кәмей.
- Кешелә ковид ауырыуы бармы-юҡмы икәнен нисек белеп була?
- Төп билдәләрҙең береһе – тәм һәм еҫ тойоуҙы юғалтыу. Был вирус үпкәне ялҡынһындыра, үҙәк нерв системаһын ҡаҡшата, тән температураһы күтәрелә, быуындар һыҙлай, тамаҡ ҡыра (ҡысыта) башлай, ҡоро йүтәл башлана, тын ҡыҫыла, һауа етмәү һәм күкрәк ситлегендә ауыртыу күҙәтелә. Ҡайһы бер пациенттарҙың ҡор­һағында ауыртыу һәм эс китеү булырға мөмкин. Был яңы коронавирус инфек­ция­һының иң характерлы билдәләре. Хатта телефон аша ла кешенең йүтәле буйынса унда ковид бармы-юҡмы икәнен белеп була.
- Пневмония булыуын белеп буламы?
- Үпкә ялҡынһыныуы, йәки пневмония - төрлө бактериялар, вирустар килтереп сығара торған йоғошло ауырыу. Ул бик ныҡ өшөү, физик ҡаршылыҡтар, организмдың ҡаршы тороусанлығын кәметеүсе башҡа сәбәптәр арҡаһында килеп сыға. Үпкә ялҡынһыныуҙың төп билдәләре: 39-40 градусҡа тиклем температура күтәрелә, хәл бөтә, баш ауырта, һөйәк һәм мускулдар һыҙлай, ҡоро йүтәл, тын ҡыҫыла, тирләтә. Диагнозды фәҡәт табип ҡына билдәләп, дауалау тәғәйенләй ала. Был мотлаҡ! Хәҙер интернетта бик күп мәғлүмәттәр бирелә, асып уҡырға ла мөмкин. Ҡайһы берәүҙәр шулай эшләй ҙә. Ләкин үҙ белдегең менән дауаланып, киреһенсә сәләмәтлеккә зыян килтерергә лә мөмкин.
- Йәштәр һәм өлкәндәр ауырыуҙы нисек кисерә?
- Башҡа хроник ауырыуҙары булыу сә­бәпле, өлкән йәштәгеләр уны ауыр үткә­рәләр. Әгәр йәш кеше эсһә, тартһа, насар туҡланһа, иммун системаһы ҡаҡшаған бул­һа, әлбиттә, ул да ауыр формала ауыры­я­саҡ. 45-70 йәштәгеләрҙең үлеү осраҡтары шаҡтай юғары. Хәҙер табиптар һәм ғалим­дәр йәштәр менән өлкәндәр араһындағы айырманы күрмәйҙәр. Хроник ауырыуҙары булмаған балалар уны еңел формала үткәрә, ләкин улар араһында ла үлеүселәр бар.
- Әгәр кеше үҙенең ковид менән ауырыуын белмәһә, ул уның организмына нисек йоғонто яһай?
- Әлеге ваҡытта ауырыу киләсәктә ниндәй һөҙөмтәгә килтерәһен береһе лә белмәй. Сирҙе билдәләрһеҙ генә үткәре­ү­селәрҙең тәүҙә барыһы ла яҡшы – температура ла, йүтәл дә юҡ кеүек тойолһа ла, әкренләп улар хәлһеҙлек тоя башлайҙар. Үткәрелгән тикшереүҙәрҙән күренеүенсә, үпкәлә ауыр формалы фиброз барлығы асыҡлана һәм кеше инвалид булып ҡалырға мөмкин. Шуға, ауырыуҙы еңел формала үткәрҙем, тип шатланырға иртәрәк.
- Ковидҡа ҡаршы иммунитет барлыҡҡа килергә мөмкинме?
- Ҡайһы берәүҙәр был сиргә ҡаршы минең иммунитетым бар, тип битлекһеҙ йөрөй башлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, анти­тән­сек­тәр ваҡыт үтеү менән кәмей, ә вирус “йоҡлап ятмай”, беҙҙән айырмалы булараҡ, камил­лаша һәм яңынан ауырыу осраҡтары арта. Ошо көндәрҙә үткәрелгән кон­ференцияла Башҡортостан Республи­ка­һының баш инфекционисы Дамир Вә­лишин, беҙҙең республикала киренән ауырып, үлеүселәр бар, тине.
- Үҙеңде насар хис итә башлаһаң, нимә эшләргә?
- Әгәр һеҙҙә ауырыу билдәләре бар икән, табиптарға хәбәр итергә кәрәк. Улар килеп ҡарар һәм тейешле сараһын күрер. Әгәр мөмкин булһа, үҙ автомобилегеҙҙә, башҡаларға ҡурҡыныс тыуҙырмайынса (йәғни, таксиҙа, йәмәғәт транспортында һәм компания менән түгел) дауаханалағы ҡыҙыл зонаға килеп мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Район халҡы поликлиникала, стационарҙа, ҡабул итеү бүлмәһендә таҙа һәм ҡыҙыл зона барлығын беләлер. Һанап үтелгән һәм башҡа билдәләр булған осраҡта ла, борсолмағыҙ. Был әле һеҙ вирусты йоҡ­торғанһығыҙ, тигән һүҙ түгел, әммә та­бип­тарға күренеп ҡайтыу бер ҙә ҡама­сауламаҫ. Дауахана коллективы ковидҡа шик­леләр менән нисек эшләргә кәрәклеген белә.
- Ләкин киҫкен респиратор вируслы инфекция, грипп кеүек ауырыуҙар ҙа бар бит.
- Хәҙер бөтә илдә хәл етди тора. Һыуыҡтар башланыу менән мода артынан ҡыуырға яратыусы йәштәр еңел кейенәсәк, ямғырлы көндә ҡулдарына зонт тотмаясаҡ, аяҡтарынан һыуыҡ тейҙерәсәк. Ә был коронавирус ауырыуы өсөн уңайлы, ул сәскә атасаҡ. Шуға ла, һауа торошона ҡарап кейенергә кәрәк, был бик мөһим. Эйе, грипп, ротовирус, риновирус кеүек инфекциялар ҙа бар. Әгәр беҙ ябай ғына һаҡланыу сараларын үтәмәһәк, юғалтыуҙар ҡотолғоһоҙ, быны халыҡ аңлаһын ине. Күп кенә ғалимдар грипп һәм коронавирус инфекцияһы фонында башҡа инфекция барлыҡҡа килергә мөмкин, тиҙәр. Шуның өсөн дә вакцинация яһатыу мөһим. Ағым­дағы йылда күптәр гриптан прививка яһат­тылар. Пневмококк инфекцияһына ҡаршы ла вакцинация үткәрелде. Сит ил мәғлү­мәт­тәре буйынса, грипп һәм пнев­мококк ин­фек­цияһынан прививка яһатҡан кешеләр ковид ауырыуын еңелерәк үткәреп ебә­рәләр.
- Быны нисек аңларға: ғаиләлә берәүҙәр сирләй, ә икенселәре юҡ, тип ишеткәнем бар. Тимәк, ҡайһы берәүҙәр был вирусҡа бик бирешеп бармайҙар?
- Ысынлап та, бындай осраҡтар ҙа бар, ауырыу яҡындары менән аралашһалар ҙа, уларға сир теймәй. Быны былай аңлатырға була. Был ауырымаған кешенең генетик “поломкаһы”, вирус был мәлдә уны еңә һәм организм клеткаларын вирус эшкәртә башларға мәжбүр итә алмай. Ләкин был ваҡытлыса ғына күренеш. Вирус бер урында ғына тормай, ул даими үҙгәрә, үҙенең сифаттарын яҡшырта һәм ваҡыт үтеү менән ер йөҙөндәге һәр бер кешене зарарларға һәләтле була. Хатта бик күп вакциналар уйлап тапһалар ҙа, яҡынса ун йыл йәки йөҙ йыл эсендә коронавирус һәр ваҡыт үҙгәреп, беҙҙең янда “йәшәйәсәк”. Бының өсөн беҙгә ябай ғына хәүефһеҙлек сараларын күрергә өйрәнергә һәм, әлбиттә, йыл һайын вакцинация яһатырға кәрәк. Ауырыуҙы дауалауға ҡарағанда, киҫәтеү яҡшыраҡ.
- Профилактика саралары тураһында тағы бер тапҡыр гәзит уҡыусыларҙың иҫенә төшөрөргә кәрәктер.
- 65 йәштән уҙған һәм хроник ауырыуҙары булған граждандарға үҙ изоляциялау режимын һаҡларға, хроник ауырыуҙары булған балаларға дистанцион уҡыуға күсергә кәрәк. Бер-береңдән 4-5 метр аралыҡта аралашыу мөһим. Ләкин көслө ел булғанда был да ярҙам итмәҫкә мөмкин. Ҡулдарҙы әленән-әле һабынлап йыуырға, биналарҙы елләтергә, дезин­фекция үткәрергә кәрәк. Сәләмәт булыу өсөн битлек кейергә лә оноторға ярамай.
Мин йыш ҡына кешеләрҙең бысранып бөткән битлектәренең муйындарында эленеп торғанын күргәнем бар. Был осраҡта был һаҡланыу сараһы түгел, киреһенсә, вирус таратыусы булып торалар. Бындай битлекте кейергә ярамай.
Бер тапҡыр кейә торған битлектәрҙе ике сәғәт һайын алмаштырырға, ә күп тапҡыр кейә торғандарын йыуып, үтекләп торорға кәрәк. Бынан тыш, битлек дөрөҫ кейелергә – ул ауыҙҙы ғына түгел, танауҙы ла ҡаплап торорға тейеш. Уны бинаға ингәндә кейеп, температураны үлсәгәс, һалып ҡуйырға кәрәкмәй. Был дөрөҫ түгел – үҙ һаулығыңа иғтибарһыҙлыҡ, төкөрөп ҡарау, тигән һүҙ.
Әгәр беҙ бөгөндән үк быға етди ҡара­маһаҡ, профилактика сараларын үтәмәһәк, барыбыҙҙың да ауырыу йоҡтороу ихти­маллығы артасаҡ ҡына. Шуның өсөн барығыҙҙы ла шәхси һаҡланыу сараларын үтәргә саҡырам. Сәләмәт булайыҡ, ғүмеребеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуймайыҡ!
Светлана КАРПОВА яҙып алды.
Читайте нас: