Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
19 Октябрь 2020, 10:02

Тыныс йоҡла, табип!

Тәжрибәле белгес күпме ғүмерҙәрҙе ҡотҡарҙы һәм нисә балаға ғүмер бүләк итте, тик яҙмыш ҡына үҙен аяманы...

18 октябрҙә күңелһеҙ хәбәр килде: оҙаҡ сирләгәндән һуң баш ҡалала билдәле табип, тәжрибәле белгес, юғары категориялы акушер-гинеколог Эльвира Ирек ҡыҙы Юнысова вафат булған. Был хаҡта уның хеҙмәттәштәре хәбәр иткән. Эльвира Ирек ҡыҙы “Башҡортостан” гәзите менән дә хеҙмәттәшлек итте, уның гинекологияның заманға хас проблемалары, ҡатын-ҡыҙҙы йыш борсоған һорауҙарға яуап биргән интервьюһы донъя күрҙе, “Сәләмәт булайыҡ” махсус битендә лә эксперт булараҡ ҡатнаша ине. Пациенттары һәм хеҙмәттәштәре табипты фәҡәт йылы һүҙ менән генә иҫләй. - Иҫ киткес йомшаҡ күңелле, ярҙамсыл кеше ине. Пациенттарын яратты. Күптәрҙе яман шештән аралап ҡалды. Бәхәсле мәлдәр булһа: “Һәр ҡатынға, ауырлы әсәгә апай-һеңлегеҙгә, ҡыҙығыҙға ҡараған кеүек ҡарағыҙ ”, - тип әйтер ине, – хеҙмәттәше Регина Хәбибуллина уның тураһында ошолай тип яҙған. Пациенттары ла Эльвира Ирек ҡыҙының вафатын ауыр кисерә. “Ул мине ауырлы саҡта ҡараны”, “тап ул минең табибым булғанға ҡыуанам”, “үҙ эшенең оҫтаһы ине” – Эльвира Ирек ҡыҙын тик рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә алалар һәм изге күңелле, ипле, аҡыллы ҡатын булыуын билдәләйҙәр. Беҙҙең гәзиткә биргән интервьюһында Эльвира Юнысова: “Гинекология сирҙәре тураһында һүҙ бара икән, ҡатын-ҡыҙ организмындағы кире үҙгәреш­тәр тураһында ни тиклем иртәрәк белеп ҡалһа, шул тиклем тиҙерәк дауалана башлаясаҡ һәм сәләмәт­леген һаҡлап ҡаласаҡ. Бының өсөн гүзәл заттарҙан бер генә мөһим ғәмәл талап ителә – һаулығығыҙға ҡарата яуаплы булығыҙ! Шигегеҙ бар икән, “ауырта ла үтә ул” тип көтөп ятмағыҙ, мотлаҡ дауаханаға мөрәжәғәт итеп, тикшерелегеҙ, ваҡытты һуҙмағыҙ, сөнки булған шеш яманға әүерелгәс, донъяның ҡыҙығы бөтә, көндәлек мәшәҡәттәрҙе теүәлләүҙең дә мәғәнәһе юғала бит... Һаулығығыҙҙы көнкүреш мәсьәләлә­ренән өҫтөнөрәк ҡуйығыҙ! Буласаҡ әсәйҙәр темаһына килгәндә, хәҙер, илдәге демографик хәлде иҫәпкә алып, сабыйҙарҙың ғүмере өсөн ысын мәғәнәһендә көрәш алып барыла. Беҙҙең өсөн һәр ауырлы ҡатындың яҙмышы мөһим, консультацияға мөрәжәғәт итеп, иҫәпкә торғас та, уның менән өҙлөкһөҙ бәйләнеш тотабыҙ, һау­лығын даими тикшереп, хәлен белеп торабыҙ. Аңлауығыҙса, төрлө кешелә яуаплылыҡ кимәле лә төрлөсә. Кемдер табипҡа күренергә тейешле ваҡытта килә, кемдер үтәргә тейешле ғәмәлдәрҙе үткәреп ебәрә. Был осраҡта пациентҡа шылтыратабыҙ, яҙабыҙ, бәғзе ос­раҡта хатта участка табибы йортона ла барып килә. Иң мөһиме - әсә сабыйын иҫән-һау, ваҡытында табырға тейеш. Шәхси тәжри­бәмә таянып, гүзәл заттарҙы йылына ике тапҡыр гинекологка күренергә өндәр инем. Артабан иһә теге йәки был патологик хәл, сир төрө асыҡ­ланыуға ҡарап, дауаланыу ваҡыты һәм юлдары билдәләнә. Гинекологик тикшерелеүҙең төп маҡсаты – төрлө ауырыуҙарҙы, бигерәк тә яман шеш кеүек аяныслыларын ваҡытында асыҡлап, дауалай башлау, ҡатын-ҡыҙ организмының сәләмәтлек кимәлен билдәләү. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылдан-йыл онкологик сирҙәрҙең артыуы күҙәтелә. Был бәлә гинекология тармағын да урап үтмәй. Бынан 10 – 15 йыл элек аяныслы сирҙәргә йышыраҡ оло йәштәгеләр дусар булһа, хәҙер онкология йылдан-йыл “йәшәрә”. Бының сәбәбе төрлө булһа ла, экологик проблемаларҙың киҫкенләшеүе, туҡланыу рационында химиялы аҙыҡ-түлектең өҫтөнлөк итеүе, кешеләрҙең даими стресс торошонда йәшәүе алама сирҙәргә алып килгән төп этәргестәр тип иҫәпләйем”, – тип белдергәйне. Ҡыҙғаныс: хөрмәтле табип күпме ғүмерҙәрҙе ҡотҡарҙы һәм нисә балаға ғүмер бүләк итте, тик үҙен генә аяй алманы... Эльвира Ирек ҡыҙының яҡындарына сабырлыҡ һәм түҙемлек теләйбеҙ. Фото: рәсми сығанаҡтан. Автор: Гүзәлиә Балтабаев
Читайте нас: