Даирә
-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
19 Октябрь 2020, 12:34

Тағы ниндәй сикләүҙәр индерелә?

Талаптар тағы ла ҡатыраҡ булмаһын өсөн, санитария ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәк.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала коронавирус инфекцияһын йоҡтороу күрһәткестәренең артыуына хәүефләнеүен белдерҙе. – Аңлауығыҙса, хәҙер эш башлыса коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәшкә йүнәлтелергә тейеш. Бөтә илдә һәм донъяла сирләп киткәндәр һәм һәләк булғандар һаны арта. Хәл яҙғы осорға ҡарағанда ауырыраҡ. Мин бөтә муниципалитеттар, дәүләт органдары етәкселәрен быны иҫәптә тотоп эш итеүҙе үтенәм, – тине Радий Хәбиров. – Рәсәйҙә көн һайын 15 меңдән ашыу кеше сирләй. Донъяла йәнә ҡаты сикләүҙәр ҡабул ителә башланы. Ошо йәһәттән тағы бер ни тиклем сикләүҙәр булдырыу күҙаллана. Шәкәр диабеты һәм йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән сирләгән кешеләр өсөн махсус режим индереүҙәре ихтимал. – Беҙҙә хроник сирҙәре булған кешеләр ковидты ауыр кисерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шәкәр диабеты менән сирләгән кешегә был инфекция йоҡһа, аҙағы бик аяныслы булыуы ихтимал. Шуға күрә, бәлки, улар өсөн махсус режим индерергә кәрәктер? – тине республика етәксеһе. Әгәр ҡарар ҡабул ителһә, улар өйҙә ултырырға тейеш буласаҡ һәм талапты нисек үтәүҙәрен тикшереү ойоштороласаҡ. Бынан тыш, ресторандарҙа корпоратив йыйылыштар һәм банкеттар ойоштороу тыйыла. Был ҡарар юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға индереләсәк. Мәҙәниәт өлкәһенә ҡағылып, Башҡортостан Башлығы Мәҙәниәт министрлығына сирләгән хеҙмәткәрҙәр булғанда театрҙарҙы ябырға ҡушты. – Ишетеүемсә, труппалар менән сирләй башлаған коллективтар бар. Ҡарар ҡабул итегеҙ, – тине ул. Билдәле булыуынса, әле М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында сирләү осраҡтары күҙәтелә. Министр Әминә Шафиҡова белдереүенсә, әле театр ябылған, коллектив ике аҙнаға ҡурсаланыу режимына күскән. Фото: Олег Яровиков. Автор: Альфия Мингалиева https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Ta-i-nind-y-sikl--r-inderel-504246/
Читайте нас: