Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
19 Октябрь 2020, 18:24

“Аяҡтан йығылғас ҡына түгел, сир беленә башлау менән табипҡа килергә кәрәк”

Оло кешеләрҙең йыш ҡына быуындар һыҙлауына зарланыуҙарын ишетергә тура килә. Ошо ауырыу, уның билдәләре, киҫәтеү, профилактика һәм дауалау тураһында район үҙәк дауаханаһының табип-терапевы Ғәзинур Ғаяз улы Ҡунаҡаевтан һөйләүен һораныҡ.

Статистика буйынса, донъялағы халыҡтың 15 проценты артроз менән ауырый. Быуындар һыҙлауы – ул ҡартлыҡ билдәһе, артроз ауырыуы ғәҙәттә 40 йәштән һуң үҙен һиҙҙертә башлай (ә кешенең һөйәге 30 йәштән һуң уҡ ҡартая башлай), 60 йәшкә етәрәк унан һәр бер кеше тиерлек яфалана. Шул уҡ ваҡытта тән йәрәхәттәре алған, имгәнгән кеше­ләрҙә ауырыу билдәләре иртәрәк беле­нергә мөмкин.
Ҡатындар ирҙәргә ҡарағанда ике тапҡыр йышыраҡ ауырый, сөнки был гормондар үҙгәрешенә, менопаузаға бәйле. Климакс ваҡытында организмдан кальций юйыла һәм кимерсәктәр таушала башлай.
Артроз – ул быуындағы кимерсәк ту­ҡымаһының тарҡалыуы. Ул күп осраҡта тубыҡ һәм янбаш-бот быуындарын зарар­лай, иңбаш, терһәк, бармаҡ һөйәктәре артрозы ла осрай. Спортсылар, ауыр физик эштә эшләгәндәр, эштә көнө буйы ултырыусылар йәки баҫып тороусыларға ла ошо сир хәүефе янай.
Күп нимә кимерсәк менән бәйле. Быуын кимерсәге һәм уны ҡаплап торған йоҡа һөйәк ҡатламы ашалғанда, ауыртыу барлыҡҡа килә. Һығылмалы кимерсәктәр үҙенә күрә “амортизатор” ролен үтәй. Улар таушалғас, быуындар аҡрынлап формаһын үҙгәртә башлай.
Артроздың бигерәк тә баҫҡыстан йөрөгәндә, быуынға көс төшкәндә үҙен һиҙҙертә; атлағанда ауыртыу тойоу, аҡһау; быуындар шығырлауы, өшөгәндән һуң һыҙланыу, быуын тирәһе шешеүе лә уның билдәләре булып тора. Бына ошо бил­дәләр булһа, мотлаҡ табипҡа күренергә кәрәк.
(Дауамын гәзиттән уҡығыҙ)
Фәниә Сәлимгәрәева яҙып алды.
Читайте нас: