Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
18 Октябрь 2020, 20:15

“Дауаханаға һалмайҙар, йүнәлтмә бирмәйҙәр!”

Республикала коронавирус инфекцияһы менән хәл көсөргәнешле. Үҙ башына төшкәндәр быны башҡаларға ҡарағанда нығыраҡ аңлай. Белоретта йәшәгән 63 йәшлек ҡатын үҙен дауаханаға һалмағандарына дәғүә белдергән.

Килене Зарина әйтеүенсә, ҡәйнәһе коронавирус менән сирләй. Үпкәһенең 44 проценты зарарланған, ул етди дауаға мохтаж, әммә дауаханала урын юҡлыҡҡа һылтанып, уны клиникаға һалмағандар.
-Ҡәйнәм Магнитогорскиға барып, үҙ аҡсаһына компьютер томографияһын үтеп ҡайтты. Үпкәһенең 44 проценты зарарланған! Дауаханала урын юҡ, тип уны алмайҙар, Учалыла урын бар - йүнәлтмә бирмәйҙәр! Кешенең ғүмере ҡыл өҫтөндә, пенсионер, укол яһарға кеше юҡ, амбулаторияла ҡабул итмәйҙәр, стационарға һалмайҙар. Кеше ғүмере һуҡыр тин! - тип йәне көйә Заринаның.
Был хаҡта ҡатын социаль селтәрҙә республика етәксеһе битендә хәбәр итә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығында Заринаның дәғүәһенә иғтибар иткәндәр. ”Һеҙҙең хәбәрегеҙ ҡабул ителде. Яҡын арала дауаханаға һалынасаҡ,” - тип яуаплаған ведомство вәкиле Таһир Ғиззәтуллин.
Шул уҡ ваҡытта Өфө ҡалаһы дауаханаларында ла хәл көсөргәнешле. Һуңғы ваҡытта һиҙгерлекте юғалтыуыбыҙ, санитария-гигиена ҡағиҙәләрен һанға һуҡмауыбыҙ арҡаһында сир таралыуына юл ҡуйҙыҡ. Дауаханаларҙа урындар арттырыуҙан ғына эпидемиологик хәл яҡшырмаясаҡ, ул нигеҙҙә һәр кемдең яуаплылығына бәйле.
Фото:Ufa1.ru
Автор. Дина Арсланова.
Читайте нас: