Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
14 Октябрь 2020, 13:24

Хәл көсөргәнешле

Тәүлек эсендә коронавирусты йоҡтороу осраҡтарының 65-кә етеүе – сираттағы “антирекорд”. Сағыштырыу өсөн: кисә сир 58 кешелә асыҡланғайны.

Республикала һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар 65-кә артып, бөтәһе 9 467-гә етте. Пандемия осоронда барлығы 8 496 ауырыу һауыҡтырылған. Һуңғы тәүлектә 74 кеше сирҙе еңгән. Әлеге ваҡытта стационарҙарҙа 110 пациент дауалана, дүрт кеше ауыр хәлдә. 815 ауырыу- амбулатор шарттарҙа. Яңы үлем осраҡтары теркәлмәгән. Вафат булғандарҙың һаны элеккесә – 46 кеше. Һуңғы тәүлектә пневмония менән сирләгәндәр һанының ныҡ артыуы күҙәтелә, 216-ға еткән. Тәүлек эсендә коронавирусты йоҡтороу осраҡтарының 65-кә етеүе – сираттағы “антирекорд”. Сағыштырыу өсөн: кисә сир 58 кешелә асыҡланғайны. Хәлдең көсөргәнешле була барыуы асыҡ. Күп нәмә халыҡтың аңлылығына, властың уйлап эш итеүенә, һәр беребеҙҙең санитария-гигиена талаптарын нисек үтәүенә бәйле. Битлек-бирсәткә режимын һаҡлайыҡ, тип өгөтләүҙең файҙаһы аҙлығына инандыҡ, тәьҫирлерәк саралар күрергә ваҡыт етте, күрәһең. Шул йәһәттән, Өфө ҡала хакимиәтендә йәмәғәт транспорты туҡталҡаларында битлек һатыу ойошторолоуы тураһында һүҙ ҡуҙғатылды, транспортта, йәмәғәт урындарында шәхси һаҡланыу сараларын ҡулланыуҙы контролләү көсәйтеләсәк. Фото:Pixabay.com Автор: Дина Арсланова https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/H-l-k-s-rg-neshle-498258/
Читайте нас: