Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
12 Октябрь 2020, 22:29

Коронавирусты кемдәр ауыр үткәрә?

Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирустың кемдәргә айырыуса ҡурҡыныс, хатта үлемесле тәьҫир итеүе хаҡында белдерҙе.

Ведомство етәксеһе урынбаҫары Олег Салагай әйтеүенсә, һимеҙлек сиренән ыҙалаған кешеләр COVID-19 вирусы менән йышыраҡ реанимацияға эләгә.
“Яҡынса 400 мең пациент ҡатнашлығында үткәрелгән заманса тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, һимеҙлектән йонсоған кешеләрҙең, башҡалар менән сағыштырғанда, коронавирус йоҡтороп дауаханаға эләгеүе – 113 процентҡа, реанимацияға эләгеү ихтималлығы 74 процентҡа күберәк, шулай уҡ үлем хәүефе лә улар өсөн 48 процентҡа ҙурыраҡ”, - тип яҙҙы ул.
Бынан тыш, һимеҙлек йыш ҡына башҡа төрлө сирҙәрҙең, мәҫәлән, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарының сәбәпсеһе һанала. Коронавирус йоҡтороу улар өсөн дә үтә хәүефле.
“Бының өсөн ауырлығығыҙҙы даими контролдә тотоғоҙ, тәү сиратта үҙегеҙҙең тән ауырлығының индексын иҫәпләп сығарығыҙ. Был бик еңел иҫәпләнә: тән ауырлығын (килограмдарҙа) буйығыҙҙың (метрҙа) квадратына бүлегеҙ. Әгәр ошо күрһәткес 25-тән ҙурыраҡ икән, уйланырға урын бар. Әгәр 35-40 арауығында булһа, проблема тағы ла етдирәк төҫ ала. Артыҡ ауырлыҡтан ҡотолоу өсөн, тәү сиратта, ҡайһы бер продукттарҙа сама белеү кәрәк, мәҫәлән, газлы һыу, кәнфиттәр...” – тип яҙҙы министр урынбаҫары.
Уҡыусыларға тән ауырлығы индексын иҫәпләп сығарыуҙың миҫалын да тәҡдим итәбеҙ. Мәҫәлән, һеҙҙең буйығыҙ 1 метр 60 сантиметр, ауырлығығыҙ 78 килограмм, ти. Иң тәүҙә буй үлсәменең квадратын табабыҙ: 1,6 х 1,6 = 2,56. Артабан тән ауырлығын ошо күрһәткескә бүләбеҙ: 78 : 2,56 = 30,4. Яуап, 25-тән юғары, тимәк, уйланырға урын бар.
фото ИА «Башинформ»
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: