Британияның Оксфорд университеты ғалимдары бындай кешеләрҙе тикшергән һәм уларҙа сирҙең нисек үтеүен асыҡлаған.
Ғалимдар һәм табиптар бер нисә мең кешене тикшергән һәм уларҙағы уртаҡ билдәләрҙе асыҡлаған. Әгәр һеҙ ҙә һиҙмәй генә коронавирус менән ауырығанмын тип уйлайһығыҙ икән, түбәндәгеләрҙе тикшереп ҡарағыҙ.
Беренсе билдә – еҫ һәм тәм һиҙеүҙең юғалыуы. Был турала COVID-19 менән сирләгән кешеләрҙең 59 проценты әйткән. Баҡһаң, вирус иң тәүҙә танау эсендәге аҡһымдарҙы зарарлай икән. Шуға күрә еҫ һиҙеү һәләте юғала.
Икенсе билдә – эс ауыртыуы. Сөнки үпкәнең аҫҡы бүлегендә үпкә ялҡынһыныуы барлыҡҡа килә.
Өсөнсө билдә – эс китеү. Был билдә айырыуса Ҡытайҙың Ухань ҡалаһында йыш осраған.
Дүртенсе билдә – фолликуляр конъюнктивит. Күҙҙәргә ҡан һауа, ҡыҙара, шешенә, ҡысый башлай.
Бишенсе билдә – арыу хисе. Әллә ни көсөргәнеш кисермәй ҙә арыйһығыҙ икән, тимәк, бының коронавирус билдәһе булыуы бар.
Белгестәр фекеренсә, сирлеләрҙең 20 проценты ауырығанын белмәй ҙә үткәреп ебәрә. Бәлки, һеҙ ҙә быға тиклем сирләгәнһегеҙҙер.