Даирә
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
4 Октябрь 2020, 07:48

Ябай ғына салат һәм һут

Ә файҙаһы иҫ киткес ҙур! Ул хатта ангинаны ла дауалай.

Көҙгө уңыш йыйып алынды. Әле кишер, сөгөлдөр кеүек тамыраҙыҡтарҙың иң һутлы, шифалы сағы. Ғәҙәттә, беҙ уларҙы, айырыуса сөгөлдөрҙө бешереп ашарға ғәҙәтләнгәнбеҙ. Әммә диетологтар тамыраҙыҡтарҙы сей килеш тә туҡланыу рационына индерергә кәңәш итә. Бер самала алынған кишер, сөгөлдөр, алманы ҡырғыс аша үткәреп, ҡаймаҡҡа болғап ашарға ғәҙәтләнегеҙ. Тәменә ҡарап аҙ ғына шәкәр йәки бал өҫтәргә мөмкин. Был салатты даими ашау иммунитетты нығыта, организмды таҙарта. Бешмәгән сөгөлдөр һәм кишерҙең һуты ла ифрат файҙалы. Ул ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген яҡшырта, нервы системаһына яҡшы тәьҫир итә, йөрәкте һәм ҡан тамырҙарын нығыта, эшкә һәләтлелекте арттыра, көс-дәрт өҫтәй, организмды токсиндарҙан таҙарта. Сөгөлдөр һуты менән халыҡ элек-электән ангинаны бик һөҙөмтәле дауалаған. Бының өсөн көнөнә бер нисә тапҡыр тамаҡты сайҡатырға кәрәк. Ә инде бешмәгән сөгөлдәрҙән яһалған салатты даими ашау йәки уның һутын эсеү был сирҙе иҫкәртеүҙә бик һөҙөмтәле сара иҫәпләнә. Организмда таш булғанда, пиелонефрит, гидронефроз, ашҡаҙан сей яраһы, ҡан баҫымы түбән булғанда был эсемлек тәҡдим ителмәй. Шулай уҡ 12 йәшкә тиклемге балаларға ла кишер-сөгөлдөр һутын саманы белеп бирергә кәрәк. Бындай осраҡтарҙа иң яҡшыһы – табип менән кәңәшләшеү! Фото: osdorovis.ru Автор: Гөлдәр Яҡшығолова https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Yabay-ina-salat--m-ut-482135/
Читайте нас: