Республикала 2013 йылдан алып Мотлаҡ медицина страховкалау фонды средстволары иҫәбенә ЭКО программалары тормошҡа ашырыла. Ә 2018 йылдан шул уҡ средстволар иҫәбенә криоконсерваланған эмбриондарҙы туңдырыу һәм аҙаҡ уларҙы бала ятҡылығына күсереү процедуралары үткәрелә.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин демография мәсьәләләренә арналған парламент тыңлауҙарында быйыл ЭКО программаһын үткәреүгә өҫтәмә 500 квота һәм туңдырылған эмбриондарҙы күсереп ултыртыуға 350 квота бүленеүен хәбәр итте. Былтыр ошо процедуралар һөҙөмтәһендә 610 сабый донъяға килгән.
“Бөгөн ғаилә парҙарының 15 процент тирәһе, көрсөккә ҡарамаҫтан, бала үҫтерергә теләй. Йыл һайын балаһыҙ парҙарҙың һаны 1,5 процентҡа арта бара. Көрсөк һәм глобаль пандемия шарттарында был кешеләр потенциаль демографик резервты тәшкил итә. Түлһеҙлек менән көрәштә юғары технологиялы ысулдар демографик көрсөктән сығыу буйынса йүнәлештәрҙең береһе. 2020 йылда финанстың арттырылыуы һөҙөмтәһендә, ЭКО процедураһына сират ике йылдан 9-10 айға тиклем ҡыҫҡарҙы. Әммә сират ҙур. Быйылға квоталар бүлеү тамамланған. Тимәк, сираттағы пациенттар Мотлаҡ медицина страховкалау фонды средстволары иҫәбенә ЭКО процедураларын үткәреү мөмкинлегенән 2021 йылдан да иртәрәк файҙалана алмай. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, Башҡортостан бюджеты иҫәбенә өҫтәмә рәүештә 850 квота биреү дауам итә,” - тигән аңлатма бирҙе министр.
Уның иҫәпләүенсә, йыл һайын республика бюджетынан средстволар бүленеүе был ярҙамға сиратты ҡыҫҡартасаҡ. Яҡынса иҫәпләүҙәрҙән күренеүенсә, 2020 йылда үткәрелгән процедуралар иҫәбенә 952 бала донъяға киләсәк. Вице-премьер, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, тыуымды арттырыу күҙлегенән ҡарағанда ЭКО процедураһын иң тәьҫирле ысул тип әйтеп булмай. Уның фекеренсә, демографик процестарға ыңғай тәьҫир иткән башҡа сараларҙы киңерәк ҡулланыу мөһим: инфраструктураны, тормош шарттарын яҡшыртыу, балаларҙы тәрбиәләү буйынса сертификаттар системаһын үҫтереү, “Асыҡ бала табыу йорто” һәм башҡа проекттар.