“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы нигеҙендә табип-белгестәрҙең күсмә бригадалары эшләүе тураһында хәбәр иткәйнек инде. 10 ноябргә тиклем дауам иткән акция Башҡортостанда ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә. Сара башланғандан алып 15222 кеше ҡаралған, уларҙың 409-ында социаль әһәмиәтле сир, шул иҫәптән 46 кешелә – яман шеш, 49-ында – шәкәр диабеты, өсәүһендә туберкулез асыҡланған. Өфө маршруты Саҡмағош, Архангель, Ҡырмыҫҡалы, Өфө, Иглин, Нуриман райондары буйлап үтте. Әле был бригада табиптары Благовещенда эшләй. Улар 2755 кешене ҡабул иткән: 185-нә маммография, 1312-һенә флюорография үткәргән. Уҙған аҙнала ғына 128 кеше ҡаралған, 100-ө флюорография үткән. Салауат, Ҡыйғы, Балаҡатай райондарында эшләгән Дыуан маршрутында 2078 кешенең һаулығын тикшергән. Әле 25 табип Мәсетле районы халҡын ҡабул итә. Нефтекама маршрутындағы бригада Бөрө, Мишкә, Ҡариҙел, Асҡын, Балтас, Тәтешле райондарында булды. Әле улар Яңауылда эш итә. Бригадала – 18 табип. Улар 2116 кешене ҡабул иткән. Тикшереү барышында 15 кешенең ҡан баҫымы юғары булған, 12-һенең шәкәр диабеты, дүртәүһенең яман шеш менән сирләү ихтималлығы асыҡланған. Октябрьский маршрутына 20 табип инә. Әле улар – Йәрмәкәй районында. Белгестәр 2059 кешене ҡабул иткән, шуларҙың береһендә – шәкәр диабеты, етәүһендә яман шеш булыуы ихтимал. Стәрлетамаҡ маршруты биш район аша үтте. Бөгөн табиптар Стәрлебаш районында халыҡтың сәләмәтлеген тикшерә. Әлегә тиклем был маршрутта 2867 кеше белгестәргә күренгән. Белорет маршруты буйынса алты автомашина юлланды. Әле улар – Әбйәлил районында. Табиптар йәмғеһе 3347 кешене ҡабул иткән. Мәғлүм булыуынса, Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының күсмә модуле, Республика кардиологик үҙәгенең кардиология модуле, Республика стоматология поликлиникаһының күсмә стоматология модуле лә акцияла ҡатнышап, Башҡортостан райондарында халыҡтың һаулығын тикшерә. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: health.bashkortostan.ru Автор: Лилия Давлетбакова https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/K-sm-brigadalar-nisek-eshl-y-479537/