Даирә
-17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
24 Сентябрь 2020, 16:40

Хирургтар ҡатынды ҡотҡарған...

Алтын ҡуллы табиптарға ауырыуҙарҙың ғүмер буйы рәхмәт һүҙҙәрен яуҙырыуы ғәжәп түгел. Бәхеткә күрә, беҙҙә талантлы, эшен яратҡан, пациенттарын хөрмәт иткән аҡ халатлылар етерлек. Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы хирургтары тап ошо иҫәптә.

Яңыраҡ улар 51 йәшлек ҡатынға ҡатмарлы операцияны уңышлы яһап, оҫталыҡтарының арта барыуын раҫланы. Гемангиома - ҡан тамырҙары шештәренең бер нисә төрөн һәм тибын берләштергән шеш. Пациенттың бауыры гемангиомалар менән ҡапланған булғанлыҡтан, күп ҡан юғалтыу хәүефе тыуа. Хирургтар тәүҙә ҡан тамырҙарына эмболизация (тамырҙарҙы тығынлау) үткәрә, аҙаҡ шештәрҙе алып ташлай.
Ике этаптан торған хирургик әмәлиәт ҡан китеүен ике тапҡырға кәметергә, бауырҙың сәләмәт өлөшөн 14 процентҡа күберәк ҡалдырырға һәм операциянан һуң тиҙерәк һауығырға мөмкинлек бирә. Бындай ике этаптағы дауалау 2015 йылдан алып 23 пациентҡа үткәрелгән, уларҙың 17-һе - ҡатын-ҡыҙ затынан.
Фото: ”Башинформ”.
Автор: Дина Арсланова.
Читайте нас: