Даирә
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
20 Сентябрь 2020, 13:21

Үҙеңә массаж яһап өйрәнһәң, хәлеңде еңеләйтерһең

Тәндәге айырым нөктәләрҙе массажлауҙың кәйефте, дөйөм хәл-торошто һиҙелерлек яҡшыртыуы күптән билдәле. Ул шулай уҡ тахикардиянан ҡотолорға, йәшәү көсөн арттырырға, көс өҫтәлеүгә булышлыҡ итә.

Бауыр нөктәһе

күҙҙең эске сиктәре менән танау төбө араһында урынлашҡан. Уларҙы ышҡыу бауыр тәңгәлендә ҡан әйләнешен яҡшырта. Был нөктәләрҙе талғын һәм йомшаҡ хәрәкәттәр менән 2–3 минут сәғәт уҡтары буйынса һәм киреһенсә массажларға кәрәк.

Тахикардия нөктәһе:

йөрәк ритмын көйләп, юғары ҡан баҫымын төшөрөү өсөн күҙ алмаларының алғы һәм өҫкө нөктәләрен массажлағыҙ, күҙҙәрегеҙҙе йомоп, аҫҡа “ҡарағыҙ”. Шунан уларҙың өҫтөнә ныҡ итмәй генә 30 секунд баҫҡылағыҙ.

Тын алыуҙы яҡшыртыу нөктәһ

е танауҙың иң осонда урынлашҡан. Бер ҡулығыҙҙың тырнаҡтары менән танауығыҙҙың осонан эләктерегеҙ ҙә, берсә көсәйтеп, берсә кәметеп, 1 – 2 минутҡа ҡыҫып тороғоҙ.

Фото: Т,Аманов
Яңылыҡ авторы: Ә. ХЫЗЫРОВА.
Йәшлек гәзите сайтынан алынды
Читайте нас в