Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
19 Сентябрь 2020, 14:40

Вирус ҡорбандарының икеһе лә ҡатын-ҡыҙ ...

Улар ҡайҙан һәм нисә йәштә?

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала коронавирус инфекцияһынан йәнә ике пациент һәләк булған. Уларҙың икеһе лә ҡатын-ҡыҙ, береһе – 49, икенсеһе 66 йәштә. Табиптар әйтеүенсә, Өфөлә йәшәгән 49 йәшлек пациент хроник индуратив панкреатит менән сирләгән, өҫтәүенә ике бөйөрөндә лә һыулы шеш булыуы асыҡланған. Стәрлетамаҡта йәшәгән 66 йәшлек ҡатын шәкәр диабеты һәм һимеҙлектән яфаланған, йөрәк гипертонияһы сире лә хәлде ҡатмарлаштырған. Шулай итеп, республикала коронавирус ҡорбандары 34 кеше тәшкил итә. Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда сирҙе йоҡторғандар һаны 34-кә артты. Пандемия башланғандан алып, республикала Govid-19 вирусын йоҡтороуҙың 8 384 осрағы теркәлде. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, стационарҙарҙа әле - 27, амбулатор шарттарҙа 452 ауырыу дауалана. Тәүлек эсендә 46 кеше һауыҡҡан. Пневмония осраҡтары кәмемәй, һуңғы тәүлектә был диагноз 110 кешегә ҡуйылған. Фото:”Башинформ”. Автор: Дина Арсланова https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Virus-orbandarini-ike-e-l--atin-i-462235/
Читайте нас: