Тоҙло кәбеҫтә калий, магний, кальций, тимер, цинк, фосфор, йодҡа,төрлө биологик матдәләргә бай. Әлеге микроэлементтар организмды нығыта . Йәшелсә составындағы В6 витамины аҡһымды үҙләштерергә ярҙам итә. Шуға күрә уны ит ризыҡтары менән ашарға кәрәк. Әсетеп тоҙланған кәбеҫтәләге С витамины күләме лимондағынан да артып китә. Иммунитетығыҙҙы нығытырға теләһәгеҙ, организмдың төрлө инфекцияларға ҡаршы тороусанлығын арттырыу өсөн киҙеү ваҡытында көн дә кәбеҫтә ашарға тырышығыҙ.Уның составындағы клетчатка ашҡаҙан- эсәк эшмәкәрлеге өсөн һәйбәт, организмдағы шлак һәм токсиндарҙы сығара, бактерияларҙың сереүенә юл ҡуймай. Кәбеҫтәнең тоҙлоғо аппетитты арттыра, геморрой һәм эс кибеү ваҡытында ла файҙалы. Был ферментлы ризыҡ составында никотин кислотаһы, антиоксиданттар ҙа күп.