Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
12 Сентябрь 2020, 17:00

Диетаһыҙ ҙа ябығырға мөмкин

“Күпме ашаһам да, һимермәйем, үҙемде тәмле-татлы ризыҡтарҙан сикләмәйем, калория иҫәпләп ултырмайым, әммә буй-һынымдың зифалығы шул көйө”, – тип маҡтаныусылар бик һирәктер. Ҡайһы берәүҙәр диетаға ултыра, самалап ҡына ашай, хатта ас тороп та ҡарай, әммә көтөлгән һөҙөмтә юҡ. Өҫтәүенә тәүҙә тән ауырлығы бер аҙ кәмегәндәй тойолһа ла, аҙаҡ ул килограмдар йәнә әйләнеп ҡайта.

Метаболизм йәки матдәләр алмашыныуы барышында организмда төрлө химик процестар бара, туҡ­ланыу матдәләре эшкәртелә, тарҡатыла, күҙәнәктәргә үтеп ингән ваҡ ҡына өлөшсәләргә әүерелә һәм йәшәү өсөн энергия бүлеп сы­ғара. Шулай уҡ күҙәнәктәрҙе организм эшмәкәрлеге өсөн кәрәге бул­маған файҙаһыҙ элемент­тарҙан ҡотолдора. Матдәләр алмашыныуы бик яй барған осраҡта туҡланыу матдә­ләренең энергияға әүерелеүе лә кәмей, исраф ителмәгән калориялар запаста туплана, шулай итеп, “икенсе эйәк”, “йыуан ҡорһаҡ” барлыҡҡа килә. Метаболизмға тәьҫир иткән фак­тор­ҙар байтаҡ. Мәҫәлән, йылдар үтеү менән матдәләр алмашыныуы аҡрыная. Шулай булғас, йәшәү рәүешенә, туҡланыуға иғти­барҙы арттырыу кәрәк. Ир-атта матдәләр алмашыныуы шәберәк бара, быны­һы көслө заттың организмы үҙенсә­лектәре менән аңлатыла. Нәҫелдән килгән күсә­гилешлектең дә мат­дә­ләр алмашыныуына йоғонто яһауы ихтимал. Ҡалҡан биҙе сиренә дусар булған ауырыуҙарҙа матдәләр алмашыныуы аҡрынайыуы күҙәтелә. Ҙур кәүҙәле, оҙон буйлы кеше­ләргә күберәк энергия талап ител­гәнлектән, калориялар тиҙ тотонола. Уларҙа метаболизм процесы шәп бара. Кеше ни тиклем күберәк хәрәкәтләнә, матдәләр алмашыныуы ла шунса шәберәк. Оҙайлы ваҡыт стресс хәлендә булыу, нервы көсөргәнешлелеге, де­прессия, йоҡоһоҙлоҡ һәм асығыу – метаболизм процесын тотҡар­лаған факторҙар. Нисек туҡланыу яҡшыраҡ? Бел­гестәр йышыраҡ, әммә бәләкә­йерәк порциялар ашауҙы тәҡдим итә. Ара-тирә ҡапҡылап алыу ҙа ярай, тик булка, бәлештәр менән түгел, ә еләк-емеш, сәтләүек – иң яҡшы­һы. Икенсенән, артығын ашамағыҙ, бер ултырғанда калорияларҙың көндәлек нормаһын үтәү һеҙҙең сәләмәтлек файҙаһына түгел. Үтә майлы, ыҫланған, тоҙло һәм шәрбәтле ризыҡ ашауҙан тыйылып торһағыҙ ҙа, яҡшыраҡ булыр. Көнөнә күпме һалҡын һыу эсә­һегеҙ? Ҡайнатылмаған һыу орга­низмдағы бөтә химик процестарҙа ла ҡатнаша, уның аҙлығы метаболизмды аҡрынайта. Халыҡ араһында йөрөгән уйҙыр­маларға ышанмағыҙ. Мәҫәлән, имеш, ҡайһы бер аҙыҡтар (грейпфрут, сельдерей, ананас) май ҡатламын яндыра, сәй һәм ҡәһүә матдәләр алмашыныуын тиҙәйтә, шәкәр урынына уны алмаштырған башҡа матдәләр ҡулланырға ярай һәм башҡа төрлө-төрлө “аҡыллы”, иҫбатланмаған кәңәштәр сәлә­мәтлекте нығытмаясаҡ. Динә АРЫҪЛАНОВА
Читайте нас: