Был уңайҙан һуғыш, тыл һәм хеҙмәт уҙамандарына махсус офтальмология ярҙамы күрһәтеү маҡсатында Өфө күҙ ауырыуҙары фәнни-тикшеренеү институты хеҙмәткәрҙәре Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте менән берлектә акция башланы. Был акция сиктәрендә 85 йәштән өлкәндәр бушлай хеҙмәтләндерелә - Өфө күҙ ауырыуҙары фәнни-тикшеренеү институтының табип-офтальмологтары һәм шәфҡәт туташтары заманса портатив ҡоролмалар файҙаланып, уларҙың күҙҙәрен өйҙәрендә тикшерәсәк. Һуңынан институт белгестәре күҙ ауырыуҙарын дауалау һәм профилактикалау буйынса тәҡдимдәр менән консультация бирәләр. Кәрәк булһа, пациенттар сираттан тыш бушлай дауалау өсөн Өфө күҙ ауырыуҙары фәнни-тикшеренеү институтына саҡырыла.
Әлеге ваҡытта Өфө күҙ ауырыуҙары фәнни-тикшеренеү институты бригадаһы Боҙаяҙ, Һәүәләй, Шайморатов һәм Ефремкин ауыл биләмәләрендә 40-тан артыҡ кешене тикшерҙе. Артабан белгестәр Ҡабаҡ, Ҡамышлы, Ҡырмыҫҡалы, Николаевка, Яңы Ҡыйышҡы, Подлуб, Прибельский, Сахай, Иҫке Бәпес ауыл биләмәләренә барырға планлаштыра.
Барлыҡ тикшеренеүҙәр ҙә бушлай үткәрелә.
Юлиә Ғәлимова.