Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
9 Сентябрь 2020, 14:40

Ауыл халҡы сәләмәтлектәрен тикшерҙе

Уҙған аҙнала Олокүл, Ҡабаҡ һәм Сахай ауылдары халҡының тиҫтәнән ашыу медицина белгесенә күренеп, сәләмәтлектәрен тикшертеү мөмкинлеге булды.

Беҙ барғанда күсмә автопоезд Сахай ауылында ине. Табиптарға күренергә ҙур сират теҙелгән. Шулай булмай ни, ауыл ерендә медицина ярҙамын тик фельдшер-акушерлыҡ пунктында ғына алырға була, ә оло йәштәгеләргә район үҙәк дауаханаһына йөрөү мәшәҡәтле лә, алыҫ та. Ә бында кардиолог, эндокринолог, терапевт, офтальмолог, хирург-онколог, стоматолог, невролог, акушер-гинеколог, уролог, флюрограф һәм башҡа тар медицина белгестәренә күренергә була. Район үҙәк дауаханаһы белгестәренә республика туберкулезға ҡаршы диспансер, 21–се Өфө дауаханаһы һәм дауалау-физкультура диспансеры табиптары ярҙам итте.
- Республика башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса апрель айынан бирле эшләп килгән “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы, ауыл халҡына медицина ярҙамын яҡынайтыуҙа, ысынлап та, ҙур ярҙам. Күсмә мобиль бригада беҙҙең районда биш көн эшләне һәм бар район халҡын ҡабул итте. Бер көн Олокүл ауылында, ике көн - Ҡабаҡ ауылында һәм ике көн Сахай ауылында булды. Көнөнә 140-150 кеше ҡабул ителде. Шунда уҡ ҡан баҫымы, холестеринды тикшертергә, флюрография, УЗИ, маммография үтергә, анализдар бирергә мөмкин ине. Был акція бик файҙалы, ул ауыл халҡына медицина ярҙамын күрһәтеп кенә ҡалмай, ауырыуҙарҙы алдан асыҡларға ла ярҙам итә, - тип һөйләне Гөлнара Аллярова.
- Пандемия менән бәйле, дауаханаға кешеләрҙең күпләп йөрөтмәү маҡсатында эшләгән күсмә автопоездың беҙҙең ауылға ла килеп етеүенә бик шатбыҙ. Беҙҙең фельдшер-акушерлыҡ пунктында иҫәптә барлығы 1437 кеше иҫәптә тора, шуларҙын 17 йәшкә тиклемге балалар - 278, бер йәшкә тиклем сабыйҙар - 7. Бөгөн 112 кеше сәләмәтлектәрен тикшертеү өсөн теркәлеү үтте. Эпидемиологик хәл булыу сәбәпле, тикшереү үткәреү ҡағиҙәләре бик ҡәтғи. Ҡабул ителеүгә тиклем пациенттарҙың тән температураһы үлсәнә, маска режимы һәм дистанция һаҡлана. Халыҡ бындай мөмкинлектән ҡәнәғәт, беҙҙең дә акцияға рәхмәтебеҙ ҙур, - ти Сахай фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Гүзәл Заһиҙуллина.
Ғүмере буйына колхозда фермала һыйырҙар һауған, баҫыуҙарҙа сөгөлдөр утаған хеҙмәт уҙаманы Фәһимә Әхәмҙиева ла һаулығын тикшертергә килгән.
- Йәшләй генә ауыр эштәрҙә эшләп, һаулығыбыҙ бөткән. Дауаханаға йыш мөрәжәғәт итергә тура килә. Әле бер урында төрлө табиптарға күренеү мөмкинлеге бик һәйбәт булды. Барыһын да үттем, аллаға шөкөр, етди ауырыуҙар тапманылар.
Барыһы ла яҡшы мөғәмәлә итә, табиптарға килгәндәре өсөн ҙур рәхмәт, - тине Фәһимә Миңлеәхмәт ҡыҙы.
Акция ярҙамында халыҡҡа сифатлы медицина тикшереүҙәре үтергә мөмкинлек булдырылыуы бик яҡшы хәл. Сәләмәтлек – ярты бәхет тиҙәр, бының өсөн халыҡ республика башлығына рәхмәтле, шундай акциялар артабан да булып торһон ине, тигән теләктә улар.
Гөлсәсәк Аласова.
Милена Шаймарҙанова фотолары.
Читайте нас: